Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәйбуллалар яугирҙәргә ылау оҙатты

Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан даими рәүештә яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатыла. Был турала "Тыуған тыл.Хәйбулла" яугирҙарға ярҙам итеү төркөмө етәксеһе Филүзә Ишемғолова мәғлүмәт еткерә. “10 августа сираттағы гуманитар ылау Херсон, Запорожье өлкәләренә юлға сыҡты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән "Тыуған тыл.Хәйбулла" төркөмө әҙерлекте алдан башланы, яҡташтарыбыҙҙың заявкалары буйынса аҡса йыйып, бик күп әйберҙәр һатып алынды: бензин бысҡылары, "болгаркалар", иретеп-йәбештереү аппараты, көрәк һаптары, көрәктәр, балта һаптары, эш ҡоралдары йыйылмалары, отверткалар йыйылмаһы, йылытҡыс мейес, изолондар, шөрөп борғостар, палаткалар, баннерҙар, саморездар һәм ҡаҙауҙар, сүкеш, балта, колун балталар, иретеп йәбештереүсе аппаратҡа маска, газ баллондары, бер тапҡыр файҙаланылған һауыт-һаба, медикаменттар, бирсәткәләр, йоҡлау тоҡтары һатып алынды. Тылда эш ҡайнай, ул бер көнгә лә туҡтамай. "Тыуған тыл.Хәйбулла" төркөмө ирекмәндәре алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Был гуманитар ылау менән бик күп махсус селтәрҙәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ арҡандар, дронға ҡаршы ҡорамалдар, мунса миндектәре, тоҙланған сало, ҡайнатмалар, бал оҙатылды. Шулай уҡ ата-әсәләре тарафынан йыйылған шәхсән күстәнәстәр егеттәребеҙгә өй йылыһы, күңел йылыһы өҫтәр тип өмөтләнәбеҙ. Яугирҙар беҙҙең ярҙамға мохтаж, шуның өсөн дә беҙ ҡулдан килгәнсе ярҙам күрһәтәбеҙ. Яҡташтарыбыҙҙың һорауҙары буйынса аҡса йыйыуҙа ҡатнашҡан, гуманитар ярҙам алып килгән райондаштарыбыҙға, ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙға, гуманитар ылауҙы оҙатып барыусы егеттәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Тыл һәм фронт бергә булғанда ғына еңеүгә өмөтөбөҙ ҙур һәм еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тине Филүзә Азат ҡыҙы. Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре". Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. 2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.