Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 18 - 24 августа Алкоголдән баш тартыу аҙнаһын иғлан итте. Эксперттарҙың баһалауынса, алкоголь ҡулланыу хәҙерге ваҡытта хеҙмәткә һәләтле халыҡтың төп үлем сәбәбе булып тора. Бауыр циррозынан үлем осраҡтарының 69 проценты, кардиопатия һәм миокардиттан – 61%, панкреатиттан 47% алкоголь ҡулланыу менән бәйләнгән. Һуңғы йылдарҙа төрлө саралар һөҙөмтәһендә илдә алкоголь ҡулланыу кәмей бара. Алкоголдән бәйлелек синдромы, алкоголь психозы булған пациенттар һаны һиҙелерлек кәмене, ти табиптар. Белгестәр раҫлауынса, алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ. Уны ҡулланыу һәр саҡ хәүеф тыуыра. Шуға күрә психик һәм физик яҡтан да сәләмәт шәхес тәрбиәләү өсөн алкоголизмды иҫкәртеү бала саҡтан, үҫмерлек осоронан башланырға тейеш. Ғаилә кимәлендә сәләмәт тормош менән йәшәү, өйҙә эскелек менән шөғөлләнмәү, рациональ туҡланыу, көн режимын күҙәтеү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Мәктәптә уҡытыусының уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеше, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу, аңлатыу эш