Башҡортостан Хәрби комиссариатында мобилизация резервында ҡатнашыусылар өсөн ниндәй ташламалар ҡаралыуын һөйләнеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был граждандар запаста тора, айырым мобилизация әҙерлеге хәлендә улар. Әммә резервҡа инеү өсөн билдәле шарттар үтәлергә тейеш. Мәҫәлән, рядовойҙарға – 52 йәшкә тиклем, офицерҙарға 67 йәшкә хәтлем булыу мөһим. Уның ҡарауы, ул кеше ҡулға алынырға тейеш түгел, уға ҡарата суд эше лә асылмаҫҡа тейеш. Мобилизация кешеләр резервына килеп урынлашҡан граждандарҙың әҙерлек программаһы бына нимәнән ғибәрәт. Беренсенән, теорияға өйрәтәләр, икенсенән, хәрби әҙерлектең практик курстарын ойошторалар. Мылтыҡтан атыу, хәрби техника йөрөтөү, хәрби парадта ҡатнашыу, сираттағы хәрби звание алыу, дәүләт наградалары тапшырылыу һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал. Резервтағылар өсөн ташламалар ҡаралған. Мәҫәлән, күнекмә дәрестәренә йәки сборға йәлеп ителгәндәр өсөн түләүҙәр ҡаралған, өҫтәүенә эш урынында ла эш хаҡы һаҡлана. Башҡортостан Хәрби комиссары Михаил Блажевич әйтеүенсә,