Найти в Дзене

Иҫерек водитель 12 йәшлек ҡыҙҙы һәләк иткән

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 18 августа киске сәғәт унынсы яртыла Аксен ауылындағы Вокзал урамында иҫерек водитель “ВАЗ-2114” автомобилендә юл ситендә велосипедта хәрәкәт иткән ҡыҙҙы бәрҙерә. Көслө бәрелештән һуң бала ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре быға тиклем үк был ирҙең иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителеүен асыҡлаған. Водителдең медицина тикшереүе һөҙөмтәһе тын һауаһында 1,400 мг/л алкоголь барлығын күрһәткән. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов белдереүенсә, 18 августа республикала өс иҫерек водитель арҡаһында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер бала һәләк булған һәм өс бәлиғ булмаған бала төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Мәҫәлән, Яңауыл районында иҫерек водитель ике балаһын ултыртып хәрәкәт иткәндә юлдан ситкә сығып түңкәрелгән. Әле бәлиғ булмаған балалар урындағы дауахананың нейрохирургия бүлегендә ята. Шулай уҡ Ейәнсура районын

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 18 августа киске сәғәт унынсы яртыла Аксен ауылындағы Вокзал урамында иҫерек водитель “ВАЗ-2114” автомобилендә юл ситендә велосипедта хәрәкәт иткән ҡыҙҙы бәрҙерә. Көслө бәрелештән һуң бала ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре быға тиклем үк был ирҙең иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителеүен асыҡлаған. Водителдең медицина тикшереүе һөҙөмтәһе тын һауаһында 1,400 мг/л алкоголь барлығын күрһәткән. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов белдереүенсә, 18 августа республикала өс иҫерек водитель арҡаһында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер бала һәләк булған һәм өс бәлиғ булмаған бала төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Мәҫәлән, Яңауыл районында иҫерек водитель ике балаһын ултыртып хәрәкәт иткәндә юлдан ситкә сығып түңкәрелгән. Әле бәлиғ булмаған балалар урындағы дауахананың нейрохирургия бүлегендә ята. Шулай уҡ Ейәнсура районында иҫерек водитель идара иткән автомобиль мотоцикл менән бәрелешкән. Мотоциклдағы бәлиғ булмаған пассажиры зыян күргән. – Машинаны иҫерек водитель менән идара итеү - иң етди һәм хәүефле хоҡуҡ боҙоуҙарҙың береһе. Тәжрибә күрһәтеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаларының фажиғәле статистикаһы, санкцияларҙы ҡатыландырыу, идара хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм хатта административ ҡулға алыуҙар ҙа иҫерек водителдәрҙе туҡтатмай, – тип белдерҙе Владимир Севастьянов. Фото сығанағы: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан.