Сибай ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл" һәм «Сылтыр шишмә» конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Быйыл яҙ улар ошо конкурс сиктәрендә "Самауыр" исемле шишмәне төҙөкләндереү эштәрен башлағайны.Биләмәгә шыршылар ултыртылды, тирә-яғы тәртипкә килтерелде.Ошо көндәрҙә Иҫке Сибай ауылы халҡы бында өмә үткәрҙе.Бергәләп аллеяны кәртәләп алдылар, ҡоймаһын буянылар, йылға аша баҫма һалдылар. Артабан шишмәне кәртәләп алыу, тирә-яғынан ҡырсынташ түшәү һәм плиткалар һалыу күҙ уңында тотола. Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте төҙөкләндереү эштәре өсөн кәрәкле материалдар менән тәьмин итә, халыҡ был эштәрҙә әүҙем ҡатнаша.Афарин!
Сибай ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл" һәм «Сылтыр шишмә» конкурстарында әүҙем ҡатнаша
19 августа 202519 авг 2025
~1 мин