Форум 2025 йылдың 1 октябренән 3 октябренә тиклем Мәскәүҙә «Рәсәй» Милли үҙәге майҙансығында үтәсәк. Ул бөтә илдән колледж төркөмдәренең мең класс етәксеһен һәм кураторын берләштерәсәк. Быйыл Рәсәй педагогтарынан 50 000-дән ашыу ғариза бирелгән. Иң йәш ҡатнашыусыға – 19, ә иң тәжрибәлеһенә 77 йәш. Башҡортостандан ҡатнашыусылар араһында-Өфөнөң 18-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Ванюшова. - Мин 2021 һәм 2023 йылдарҙа Класс етәкселәре форумында ҡатнаштым. Быйыл йәнә ҙур сараның бер өлөшө булыуыма шатмын. Форумдан Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән коллегалар менән осрашыуҙар һәм тәжрибә уртаҡлашыу, бик күп файҙалы мәғлүмәт, ижади идеялар көтәм, – тип уртаҡлашты Миләүшә Илдар ҡыҙы. Төбәктәр араһында Санкт-Петербург, Һарытау һәм Новосибирск өлкәләре әүҙемлек күрһәтә. Ҡатнашыусылар һайлап алыу этаптарын үтте – «Педагогика тарихы», «Педагогика нигеҙҙәре» һәм «Компетенцияларҙы баһалау» йүнәлештәре буйынса анкеталар, тестар башҡарҙы, шулай уҡ «Минең тәрбиә практикаһы» темаһына видео
Башҡортостандан 19 уҡытыусы V Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнаша
19 августа 202519 авг 2025
1 мин