Аҡморон ауылында яңы мәсет һәм сиркәү төҙөлә. Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең сәхифәһендә шулай тип яҙҙы: "Был изге тәҡдимде ауыл халҡы һәм ситтә йәшәүсе ауылдаштары күтәреп сыға һәм ең һыҙғанып эшкә тотона.Был эштә һәр кем ихлас ҡатнаша - аҡса йыялар, һәр кесаҙна өмәгә сығалар.Ир-егеттәр төҙөлөш менән шөғөлләнә, ҡатын-ҡыҙҙар иһә уларҙы тәмле аш-һыу менән һыйлай. Аҡморон халҡының ныҡышмалы хеҙмәтен, берҙәмлеген айырым билдәләп үтер инем.Бындай башланғыс берҙәмлекте, рухи ҡиммәттәрҙе нығытыуҙа этәргес көс булып тора, ауыл үҫешенә тос өлөш индерә.Һеҙҙең тырышлығығыҙ үҙегеҙ теләгән һөҙөмтәгә килтерһен, башланған эшегеҙҙе уңышлы тамамларға яҙһын!"