Найти в Дзене

“Улдарымдың ысын кеше булып үҫеүҙәрен теләйем”

Уға әле ни бары 30 йәш. Әммә бик күп тормош һынауҙарын үтеп өлгөргән. Гвардия прапорщигы Ришат Фәүзетдинов - махсус хәрби операция ветераны, Һауа-десант ғәскәрҙәре менән уның онотолмаҫлыҡ ғүмер йылдары бәйләнгән. Ҡариҙел егете легендар ғәскәргә мәктәпте тамамлау менән үк барып эләгә, 11 йыл ғүмерен тап ошо хеҙмәткә арнай. Яңы Бәрҙәш ауылындағы 1-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң армия хеҙмәтенә саҡырыла. Көнбайыш хәрби округының 64044-се ғәскәр часендәге уҡыу ротаһында курсант булып хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ контракт буйынса шул уҡ часта өлкән разведчик-снайпер вазифаһында хеҙмәт итә. Төрлө хәрби бурыстарҙы үтәргә тура килә.”Хәрби отличие өсөн”, “I дәрәжә Хәрби батырлыҡ өсөн”, “II дәрәжә хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Ҡырымды ҡайтарған өсөн” миҙалдары менән наградланған. 2016 йылда Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына “Техник” белгеслеге буйынса уҡырға инә. Училищены отличие менән тамамлағандан һуң артабан хеҙмәт итеү өсөн Камышин ҡалаһындағы 74507-се хәрби частең ме

Уға әле ни бары 30 йәш. Әммә бик күп тормош һынауҙарын үтеп өлгөргән. Гвардия прапорщигы Ришат Фәүзетдинов - махсус хәрби операция ветераны, Һауа-десант ғәскәрҙәре менән уның онотолмаҫлыҡ ғүмер йылдары бәйләнгән. Ҡариҙел егете легендар ғәскәргә мәктәпте тамамлау менән үк барып эләгә, 11 йыл ғүмерен тап ошо хеҙмәткә арнай. Яңы Бәрҙәш ауылындағы 1-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң армия хеҙмәтенә саҡырыла. Көнбайыш хәрби округының 64044-се ғәскәр часендәге уҡыу ротаһында курсант булып хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ контракт буйынса шул уҡ часта өлкән разведчик-снайпер вазифаһында хеҙмәт итә. Төрлө хәрби бурыстарҙы үтәргә тура килә.”Хәрби отличие өсөн”, “I дәрәжә Хәрби батырлыҡ өсөн”, “II дәрәжә хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Ҡырымды ҡайтарған өсөн” миҙалдары менән наградланған. 2016 йылда Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына “Техник” белгеслеге буйынса уҡырға инә. Училищены отличие менән тамамлағандан һуң артабан хеҙмәт итеү өсөн Камышин ҡалаһындағы 74507-се хәрби частең медицина ротаһына өлкән техник вазифаһында ебәрелә. Аҙаҡ Феодосия ҡалаһында хеҙмәт итергә тура килә. 2022 йылдың 24 февраленән 2 майына тиклем Херсон йүнәлешендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге өсөн “Батырлыҡ өсөн”, Генерал Шайморатов миҙалдары һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән наградлана. Сираттағы хәрби бурысты үтәгәндә ҡаты яралана. Һауыҡҡандан һуң конкурстан тыш армия генералы В. Ф. Маргелов исемендәге Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға инә. 2024 йылда инвалидлыҡ буйынса хәрби-табиплыҡ комиссияһы тарафынан запасҡа оҙатыла. Ришат Фәүзетдинов хеҙмәт иткән осорҙа өйләнгән. Рязань ҡалаһында уҡығанда хеҙмәттәше, яҡташы Динис эргәһенә туғандары килә. Улар араһындағы һөйкөмлө Ләйсән тигән ҡыҙ менән танышып, дуҫлашып өлгөрәләр. 2018 йылда йәштәр өйләнешә. Дуҫы Динис та махсус хәрби операцияла ҡатнаша, Генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған. Фәүзетдиновтар Камил һәм Шамил исемле ике ул тәрбиәләй. Былтыр улар Нуғай ҡасабаһында йорт һатып алған. Ғаилә башлығы юғары белем алыу өсөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһына документтарын тапшырған. Ул тыныс тормошҡа күнегеп китеүҙең еңел булмауын, әммә үҙен бәхетле тойоуын йәшермәй. “Атай-әсәйемә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт. Улдарыма ла ныҡлы терәк кенә түгел, ә лайыҡлы өлгө булырға теләйем”, ти ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. 2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Фото: “Ҡариҙел” гәзите.