Учалы ҡалаһында яңы арт-объект барлыҡҡа киләсәк – унда Урал батырға һәйкәл ҡуйыла. Эпос геройы ҡеүәтле арыҫланға ултырған батыр итеп кәүҙәләнә, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов. Скульптура композицияһы район хакимиәтенең 2024 йылда “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеүе нигеҙендә булдырыла. Һәйкәлдең авторы – рәсссам һәм скульптор Фәнил Мөслимов. “Һәйкәл, һис һүҙһеҙ, ҡаланың биҙәге генә гел, ә тарихы “Урал батыр” эпосы менән тығыҙ бәйләнгән районыбыҙҙың бренды ла буласаҡ”, – ти Руслан Ғиләзетдинов. Фото: Р.Ғиләзетдиновтың “Бәйләнештә” селтәренән.