16 августа Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында “Тыуған ил тыуған ерҙән башлана” тип аталған күркәм сара ойошторолдо. Был байрам Ватанды һаҡлаусылар һәм МХО-ла ҡатнашыусылар йылына бағышланды. Ул ҡунаҡтарҙы ауыл осонда ҡымыҙ, сәксәк, йыр-таҡмаҡтар менән ҡаршы алыуҙан башланды. Беренсе көндән хәҙергәсә МХО-ла булған ауылдашыбыҙҙың ғаиләһе (Рәсүл Марат улы Ишбаев) менән танышыу булды. Яугирҙең тормош иптәше Миләүшә Салауат ҡыҙы, балалары һәм туғандары ауылдашыбыҙҙың илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүен һөйләп, уның наградалары менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар ғаилә башлығының имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ветерандарыбыҙҙы иҫкә алырға обелиск янына килде. Яу яланында беҙҙең яҡты киләсәк өсөн һәләк булған ауылдаштарҙы бер минут тын ҡалып хөрмәт күрһәттеләр, сәскә һалдылар. Шулай уҡ был сара барышында класташтары һәм башҡалар ярҙамы менән МХО-ла батырҙарса һәләк булған Зиннур Зиннәт улы Ибраһимовтың тыуған йортонда таҡтаташ асылды. Ҡунаҡтарҙы Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимов