Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төп маҡсат - сирҙе кәметеү

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә, онкология хеҙмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тикшерелде. Бөтә донъяла үлем структураһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ҡала яман шештәр алдынғы урындарҙы биләй. – Беҙ был сир менән системалы көрәшәбеҙ. Онкологик үлем кимәле түбәнәйә: 2015 йылда 100 мең кешегә 160,2-нән 2024 йылда 156,8-гә тиклем. Һәр икенсе яман шеш осрағы сирҙең иртә стадияһында асыҡлана. Бында “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” төбәк программаһы сиктәрендә ҙур эш башҡарылған. Финанслау күләме 5 миллиард һум самаһы тәшкил итте, – тип билдәләне Андрей Назаров. 400-ҙән ашыу берәмек ҡорамал, шул иҫәптән компьютер һәм магнит-резонанс томографтары, шулай уҡ һыҙыҡлы тиҙләткес һатып алынған. Сменаһына 450 кеше ҡабул итерлек поликлиника һәм 300-гә яҡын урынға иҫәпләнгән алты хирургия бүлеге менән яңы онкология диспансеры корпусы төҙөлә. Былтыр Өфөлә иң заманса стандарттарға тап килгән 92 койка-урынға иҫәпләнгән республика балалар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә, онкология хеҙмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тикшерелде. Бөтә донъяла үлем структураһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ҡала яман шештәр алдынғы урындарҙы биләй. – Беҙ был сир менән системалы көрәшәбеҙ. Онкологик үлем кимәле түбәнәйә: 2015 йылда 100 мең кешегә 160,2-нән 2024 йылда 156,8-гә тиклем. Һәр икенсе яман шеш осрағы сирҙең иртә стадияһында асыҡлана. Бында “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” төбәк программаһы сиктәрендә ҙур эш башҡарылған. Финанслау күләме 5 миллиард һум самаһы тәшкил итте, – тип билдәләне Андрей Назаров. 400-ҙән ашыу берәмек ҡорамал, шул иҫәптән компьютер һәм магнит-резонанс томографтары, шулай уҡ һыҙыҡлы тиҙләткес һатып алынған. Сменаһына 450 кеше ҡабул итерлек поликлиника һәм 300-гә яҡын урынға иҫәпләнгән алты хирургия бүлеге менән яңы онкология диспансеры корпусы төҙөлә. Былтыр Өфөлә иң заманса стандарттарға тап килгән 92 койка-урынға иҫәпләнгән республика балалар онкогематологияһы үҙәге сафҡа индерелде. Эш “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты сиктәрендә дауам итә. Радиология хеҙмәтен артабан яңыртыу планлаштырыла. Республиканың онкология хеҙмәте структураһы тураһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Ул беренсел звенола 61 беренсел онкология кабинеты, II кимәлдә – 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге һәм Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһында 70 койкаға иҫәпләнгән абдоминаль онкология бүлеге эшләй, тип хәбәр итте. Махсус юғары технологиялы онкология ярҙамы республика клиник онкология диспансерында, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дуаханаһында, республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә күрһәтелә. – Диагностика һәм дауалау сифатын контролдә тотоу, пациенттарҙың маршрутлаштырылыуын төҙәтеү өсөн Дәүләт мәғлүмәт системаһында “табип-табип” принцибы буйынса дистанцион консультациялар Үҙәге функцияһы индерелде. 2020 йылдан башлап беренсел звено онкологтары һәм республика учреждениелары белгестәре араһында үткәрелгән телемедицина консультациялары һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан, 2024 йылда улар 60 меңдән ашыу үткәрелгән. Бынан тыш, ҡатмарлы пациенттар өсөн федераль үҙәктәр менән телемедицина консультациялары ла бар. Улар менән ТМК һаны 2020 йылдан алып биш тапҡырға артҡан, – тип билдәләне министр. Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Премьер-министры республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” төбәк проектының маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеү буйынса тулы саралар күрергә, шулай уҡ пациенттарҙы маршрутлаштырыуҙың өс кимәлле системаһын камиллаштырыуҙы дауам итергә ҡушты. Квалификациялы онкология ярҙамына мохтаж булғандарҙың барыһы ла уны заманса стандарттар буйынса ваҡытында алырға тейеш. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.