Ишмөхәмәт ауылы китапханаһында бөгөн МХО-лағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйылды. Оло йәштәге апайҙар Вазифа Биишеваға, Көнһылыу Әбдрәхмәноваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. МХО -ла булған батырҙарыбыҙҙың әсәләре лә ҡушылды. Изге теләктәр әйтеп, доғаларын ҡылды. Кипкән ҡорот,тәмлекәстәр, ярмалар, носки,таҫтамалдар, медикаменттар алып килделәр. Барлыҡ изге күңелле ауылдаштарыбыҙға һаулыҡ,ғаилә бәхете теләйбеҙ, яугирҙарыбыҙ тыныслыҡ менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар. Асия Үлйәбаева.
Ишмөхәмәт ауылы китапханаһында бөгөн МХО-лағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйылды
18 августа 202518 авг 2025
~1 мин