Найти в Дзене

Стипендиялар артты

Өфөләге Вуз-ара кампус университеттары Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырған һәм олимпиадаларҙа еңгән абитуриенттарға стипендияларҙы арттырыу тураһында иғлан итте. Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беренсе курс студенттарын ярайһы ҙур түләүҙәр көтә. Өфө фән һәм технологиялар университетында 100 балл йыйған студенттар айына 15 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ, Мәғариф министрлығы исемлегендәге олимпиадалар призерҙары – 55 мең һум, ә Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм Рәсәй йыйылма команда ағзалары 85 мең һум аҡса аласаҡ. М.Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университеты Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәргә ай һайын 50 мең һум түләйәсәк. 100 балға тапшырған һәр предмет өсөн студенттар өҫтәмә рәүештә 25 мең һум аҡса аласаҡ. Өфө нефть университеты Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр өсөн 80 мең һумлыҡ стипендиялар бирергә ҡарар иткән. Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса 250 балл йыйған абитуриенттар ай һайын – 10 мең һу

Өфөләге Вуз-ара кампус университеттары Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырған һәм олимпиадаларҙа еңгән абитуриенттарға стипендияларҙы арттырыу тураһында иғлан итте. Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беренсе курс студенттарын ярайһы ҙур түләүҙәр көтә. Өфө фән һәм технологиялар университетында 100 балл йыйған студенттар айына 15 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ, Мәғариф министрлығы исемлегендәге олимпиадалар призерҙары – 55 мең һум, ә Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм Рәсәй йыйылма команда ағзалары 85 мең һум аҡса аласаҡ. М.Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университеты Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәргә ай һайын 50 мең һум түләйәсәк. 100 балға тапшырған һәр предмет өсөн студенттар өҫтәмә рәүештә 25 мең һум аҡса аласаҡ. Өфө нефть университеты Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр өсөн 80 мең һумлыҡ стипендиялар бирергә ҡарар иткән. Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса 250 балл йыйған абитуриенттар ай һайын – 10 мең һум, ә 100 балл алған абитуриенттар 20 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ. Башҡортостан аграр университеты Берҙәм дәүләт имтихандары балдарына ҡарап, 11 мең һумдан 16 мең һумға тиклем түләүҙәр булдырған. Шулай уҡ бер тапҡыр тапшырылыусы 100 мең һумлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Айгөл Хөснуръялова фотоһы.