Яңауыл үҙәк район дауаханаһына яңы “Lada Granta” еңел автомобиле килтерелде. Транспорт сараһы дүрт кешегә тәғәйенләнгән. Ул медицина ойошмаһына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, килтерелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы транспорт сараһы аҙ хәрәкәт иткән пациенттарға тәғәйенләнгән. Ошо маҡсатта автомобилдең алғы урыны ултырыу еңел булһын өсөн махсус механизм менән тәьмин ителгән. Ә багажникта һалына торған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тәғәйенләнгән кресло өсөн урын һәм ҡайыштар бар. “Автомобилдәр паркының яңыртылыуы, ташыу өсөн уңайлы шарттар булдырып, пациенттарҙың медицина хеҙмәттәренән файҙалана алыу мөмкинлектәрен арттыра”, - тип белдерҙе Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадьяров. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.