Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

АВГУСТ ТӨНӨ

АВГУСТ ТӨНӨ Август төнө... Айҙың тулған мәле... Иҫ китмәле тынлыҡ һауала. Ишетелә кеүек, нисек итеп Көҙҙәр көткән ерем тын ала. Ергенәмдең ҡайнар тыны булып Күтәрелә күккә күк томан... Минең генә түгел, айҙың да бит Йөҙҙәренә бөгөн моң тулған... Күҙ йәштәре һалҡын ысыҡ булып Моңһоу ай нурында сағыла... Мөғжизәле, серле ошо төнгә Матурлыҡтар өҫтәй тағы ла... Аҡ ҡайындар яу(ы)рынға тиклем Күкһел томандарға төрөнгән... Уларҙың да инде, минең кеүек, Ярһып-яныуҙары һүрелгән... Тик йондоҙҙар, бер ни булмағандай, Шаярышып, ергә юл ала... Хыялдарым кеүек, йондоҙҙар ҙа Атыла ла, һүнеп, юғала... Август төнө... Айҙың тулған мәле... Сәкинә Тотманова.

АВГУСТ ТӨНӨ

Август төнө... Айҙың тулған мәле...

Иҫ китмәле тынлыҡ һауала.

Ишетелә кеүек, нисек итеп

Көҙҙәр көткән ерем тын ала.

Ергенәмдең ҡайнар тыны булып

Күтәрелә күккә күк томан...

Минең генә түгел, айҙың да бит

Йөҙҙәренә бөгөн моң тулған...

Күҙ йәштәре һалҡын ысыҡ булып

Моңһоу ай нурында сағыла...

Мөғжизәле, серле ошо төнгә

Матурлыҡтар өҫтәй тағы ла...

Аҡ ҡайындар яу(ы)рынға тиклем

Күкһел томандарға төрөнгән...

Уларҙың да инде, минең кеүек,

Ярһып-яныуҙары һүрелгән...

Тик йондоҙҙар, бер ни булмағандай,

Шаярышып, ергә юл ала...

Хыялдарым кеүек, йондоҙҙар ҙа

Атыла ла, һүнеп, юғала...

Август төнө... Айҙың тулған мәле...

Сәкинә Тотманова.