Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Хөкүмәт Рәйесе - Баймаҡ районында

Хөкүмәт Рәйесе - Баймаҡ районында Бөгөн районда рәсми эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров булды.Ул БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм уның беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов оҙатыуында төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Атап әйткәндә, Хөкүмәт Рәйесе Айрат Шәрәфетдинов һәм уның улдары етәкләгән фермер хужалығы, Күлтабандағы мегафермала булды. — Баймаҡ районы ауыл хужалығы буйынса республикала иң алдынғы урындарҙы биләй, - тине А.Назаров.- Был төбәктә эшһөйәр кешеләр йәшәй, фермерлыҡ йүнәлеше яҡшы үҫешә.Әйткәндәй, тиҙҙән Баймаҡ районы үҙенең 95 йыллығын билдәләйәсәк. Иртәгә Хөкүмәттә үтәсәк кәңәшмәлә райондағы хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарыласаҡ.

Хөкүмәт Рәйесе - Баймаҡ районында

Бөгөн районда рәсми эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров булды.Ул БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм уның беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов оҙатыуында төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Атап әйткәндә, Хөкүмәт Рәйесе Айрат Шәрәфетдинов һәм уның улдары етәкләгән фермер хужалығы, Күлтабандағы мегафермала булды.

— Баймаҡ районы ауыл хужалығы буйынса республикала иң алдынғы урындарҙы биләй, - тине А.Назаров.- Был төбәктә эшһөйәр кешеләр йәшәй, фермерлыҡ йүнәлеше яҡшы үҫешә.Әйткәндәй, тиҙҙән Баймаҡ районы үҙенең 95 йыллығын билдәләйәсәк.

Иртәгә Хөкүмәттә үтәсәк кәңәшмәлә райондағы хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарыласаҡ.

-2
-3
-4
-5
-6