Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эш белгестәрһеҙ атҡарыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Баймаҡ ҡалаһындағы “Теплосеть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында булды. Ул коммуналь инфраструктура объектының киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлеген ҡараны. Концессия килешеүенә ярашлы, предприятиела йылы менән тәьмин итеү сығанаҡтарын тулыһынса алмаштырғандар. 11 километрҙан ашыу йылылыҡ селтәре үҙгәртеп ҡоролған, 2-се ҡаҙанлыҡ биләмәһендә йылылыҡ хужалығы резервҡа ҡуйылған, 1-се ҡаҙанлыҡ биләмәһендә тышҡы электр селтәрҙәрен капиаль ремонт эштәре атҡарылған, ремонттан һуң участкалар төҙөкләндерелгән. - Был предприятие халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итә, шуға күрә инфраструктураны тулыһынса яңыртыу мөһим ине. Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһының элекке торошо йылылыҡ миҙгелен үткәреүҙе һәм хеҙмәттәрҙе сифатлы күрһәтеүгә булышлыҡ итмәне. Барлыҡ ҡорамалдарҙы алмаштырғандар, афарин, - тине объектты тикшергән ваҡытта Андрей Назаров. Концессия килешеүен тормошҡа ашырған ваҡытта коммуналь инфра

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Баймаҡ ҡалаһындағы “Теплосеть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында булды. Ул коммуналь инфраструктура объектының киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлеген ҡараны. Концессия килешеүенә ярашлы, предприятиела йылы менән тәьмин итеү сығанаҡтарын тулыһынса алмаштырғандар. 11 километрҙан ашыу йылылыҡ селтәре үҙгәртеп ҡоролған, 2-се ҡаҙанлыҡ биләмәһендә йылылыҡ хужалығы резервҡа ҡуйылған, 1-се ҡаҙанлыҡ биләмәһендә тышҡы электр селтәрҙәрен капиаль ремонт эштәре атҡарылған, ремонттан һуң участкалар төҙөкләндерелгән. - Был предприятие халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итә, шуға күрә инфраструктураны тулыһынса яңыртыу мөһим ине. Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһының элекке торошо йылылыҡ миҙгелен үткәреүҙе һәм хеҙмәттәрҙе сифатлы күрһәтеүгә булышлыҡ итмәне. Барлыҡ ҡорамалдарҙы алмаштырғандар, афарин, - тине объектты тикшергән ваҡытта Андрей Назаров. Концессия килешеүен тормошҡа ашырған ваҡытта коммуналь инфраструктура объектында ҡаҙанлыҡтарҙы автоматлаштырыу һәм диспетчерлаштырыу үткәрелгән. Һөҙөмтәлә эш белгестәрһеҙ атҡарыла. Бынан тыш, предприятие биләмәһендә “аҡыллы” видеокүҙәтеү ҡуйылған. Килешеү буйынса дөйөм инвестициялар күләме 154 иллион һум тирәһе тәшкил иткән. Концессия шарттары тулыһынса үтәлгән. “Теплосеть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылытрыу миҙгеленә планлы әҙерлек алып бара. Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Хөкүмәте.