Найти в Дзене

Һаман бер балыҡ башы...

Уҙған ялдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәхетһеҙ хәл булды – “Башҡортостан сода компания”һында булған инцидент һөҙөмтәһендә ҡырҡҡа яҡын кеше зыян күрҙе, икенсе көнөнә береһе һәләк булды. Был хәл булыу менән оппозиция баҫмалары алдаҡ яҙа башлағайны, был аҙнала ла дауам итте. Социаль селтәрҙәге комментарийҙарҙа билдәһеҙ автор шартлауҙан зыян күргән пациенттарҙың дауаханаларҙа ҡот осҡос шарттарҙа булыуын раҫлаған тексы әүҙем таралды. Атап әйткәндә, улар дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек етешмәүҙән яфалана һәм коридорҙа ятырға мәжбүр тип яҙа. Был тағы ла бер фейк. Зыян күреүселәр стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһында, Өфөләге Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында, БДМУ клиникаһында, Өфө ҡалаһының 18-се һәм 21-се ҡала дауаханаларында дауалана. Табиптар раҫлауынса, пациенттар палаталарҙа урынлаштырылған һәм тейешле медицина ярҙамы ала, туҡлана. Пациенттарҙың коридорҙа йоҡлауы йәки ашамай ятыуы тураһында мәғлүмәт раҫланмаған. Медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһы

Уҙған ялдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәхетһеҙ хәл булды – “Башҡортостан сода компания”һында булған инцидент һөҙөмтәһендә ҡырҡҡа яҡын кеше зыян күрҙе, икенсе көнөнә береһе һәләк булды. Был хәл булыу менән оппозиция баҫмалары алдаҡ яҙа башлағайны, был аҙнала ла дауам итте. Социаль селтәрҙәге комментарийҙарҙа билдәһеҙ автор шартлауҙан зыян күргән пациенттарҙың дауаханаларҙа ҡот осҡос шарттарҙа булыуын раҫлаған тексы әүҙем таралды. Атап әйткәндә, улар дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек етешмәүҙән яфалана һәм коридорҙа ятырға мәжбүр тип яҙа. Был тағы ла бер фейк. Зыян күреүселәр стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһында, Өфөләге Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында, БДМУ клиникаһында, Өфө ҡалаһының 18-се һәм 21-се ҡала дауаханаларында дауалана. Табиптар раҫлауынса, пациенттар палаталарҙа урынлаштырылған һәм тейешле медицина ярҙамы ала, туҡлана. Пациенттарҙың коридорҙа йоҡлауы йәки ашамай ятыуы тураһында мәғлүмәт раҫланмаған. Медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Быны “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы асыҡлаған. Беҙ барығыҙҙы ла уҡыған һәм уртаҡлашҡан мәғлүмәткә иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Һығымта яһар алдынан йәки имеш-мимештәр таратыр алдынан факттарҙы тикшереү мөһим. “Пруфы” белдереүенсә, Башҡортостанда ВИЧ-позитив пациенттарға вирус йөкләнешенә һәм иммун статусына тест үткәреүгә баш тарталар. Был, йәнәһе, тест системалары етешмәү менән бәйле. Әйҙәгеҙ, тикшерәйек. СПИД үҙәгенең баш табибы Айгөл Ғәлиева был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен хәбәр итте. Вирус йөкләнешенә һәм иммун статусына тест үткәреүҙән баш тартыуҙар булмаған. Терапияны күҙәтеү, кәрәкле анализдарҙы ла индереп, планлы рәүештә һәм клиник тәҡдимдәргә ярашлы башҡарыла. ВИЧ менән сирләгән бөтә пациенттар ҙа антиретровирус терапияһы менән тулыһынса тәьмин ителгән, ә дарыуҙар оҙаҡҡа һуҙылмай. 2025 йылда антиретровирус препараттарын өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн төбәк бюджетынан 80 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Диагностика сараларын һатып алыу процедуралары йыллыҡ пландан 50 проценттан ашыуға үтәлгән, һәм был йүнәлештә эш план режимында дауам итә. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы граждандарҙы медицина ярҙамының сифаты һәм асыҡлығы буйынса һорауҙар тыуғанда туранан-тура медицина ойошмаларына йәки “ҡыҙыу линия” аша мөрәжәғәт итергә саҡыра. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә рәсми аралашыу каналдарын ҡуллана алаһығыҙ. “Однажды в Башкирии” телеграм-каналында Тайфун Ҡоролтай улының фотоһүрәттәренә нигеҙләнгән Ишембай яр буйы тураһында пост барлыҡҡа килде, бына ул, хәҙерге власть осоронда 26 миллионға төҙөкләндереү һөҙөмтәһе, тип әйтелә. Проблема шунда, Рәүфә Рәхимова баҫмаһы мөхәррирҙәре лә, Тайфун Ҡоролтай улы ла яр буйын нисек төҙөкләндереүҙәрен тикшерергә ваҡыт тапмаған. Постағы фотоһүрәттәрҙә күрһәтелгән Ленин проспекты, 2 адресы буйынса урынлашҡан колоннада, шулай уҡ яр буйына алып барған баҫҡыс 2016-2017 йылдарҙа төҙөкләндерелә (әйткәндәй, әлеге ваҡытта яр буйындағы баҫҡыстар ремонтлана). Был объекттар 2020-2022 йылдарҙағы эштәр менән бәйле түгел. Милли проект буйынса төҙөкләндереүҙең төп этабы тап 2020-2022 йылдарҙа үткәрелә. Эштәр сиктәрендә яр буйлап төп йөрөү юлы булдырыла. Ял итеү өсөн пергола ҡуйылған. Ярҙамсы юлдар селтәре бетонланған. Һыуға сығыу урыны булған пляж зонаһы тулыһынса йыһазландырылған. Махсус скейт-юл төҙөлә. Күпергә инеү юлын тәьмин итеүсе юл һалынған. Өҫтәмә йәшелләндереү үткәрелә һәм МАФ элементтары (эскәмйәләр, урналар) ҡуйыла. Әммә “Пруфы” һәм Тайфун Ҡоролтай улы өсөн “факттарҙы” үҙҙәренә кәрәкле тарихҡа яраҡлаштырыу ҡыҙыҡлыраҡ. Иҫке колоннаданың фотоһын “яңы эш” тип һанайҙар, ә милли проект буйынса төҙөлгән инфраструктураны иғтибарһыҙ ҡалдыралар. Һәм тағы ла яр буйы “ҡәһәре” тураһында яҙғанда баҫма баш ҡаланыҡын телгә алып яңылыша. Өфө яр буйы күптән “буш бетон ялан” түгел: унда төрлө йәштәге кешеләр даими йөрөй, йүгереү, велосипед спорты һәм йога менән шөғөлләнә, компаниялар һәм ғаиләләр йыйыла, ҡала ваҡиғалары һәм урам акциялары үтә. Мессенджерҙарҙа бер ир-аттың РФ Ҡораллы Көстәре менән контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң ҡурҡыныс хәлдәр башланыуы тураһында һөйләүе һүрәтләнгән ролик тарала. Был хәбәрҙең профиле йәшерелгән, исеме күптән түгел үҙгәртелгән; видеоның үҙендә авторҙың исеме лә, хикәйәсенең ҡайҙа хеҙмәт итеүе лә, төшөрөү датаһы ла, урыны ла юҡ — тиҙ таралыуға иҫәпләнгән эмоциональ белдереүҙәр генә. Бөтә билдәләре буйынса был типик ялған мәғлүмәт ташлау. Бындай “шок-роликтар” йыш ҡына украин ЦИПСО-һында уйлап сығарыла. Уларҙың тактикаһы ябай: йөҙө йәшерелгән һәм тауышы үҙгәртелгән аңлайышһыҙ персонаждар менән роликтар монтажлау, “актерҙар” өсөн тикшерелмәгән эмоциональ текстар яҙыу — былар барыһы ла паника өсөн эшләнә. Һәм йәнә Башҡортостан уларҙың күҙ алдында. Сөнки уларҙы беҙҙең тотороҡлолоҡ, иҡтисади көс, берҙәмлек ярһыта. Дошман, шик тыуҙырыу һәм илде көсһөҙләндереү өсөн, көслөләргә һөжүм итергә тырыша. Беҙҙең яуап ябай: анонимдарға ышанмау һәм паника роликтарын таратмау. Башҡортостан көслө булып ҡала, һәм беҙҙең иң яҡшы реакциябыҙ — тыныслыҡ һәм факттарҙы тикшереү.