Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә көтөлмәгән фараз бирҙе. Республикаға эҫе һауа торошо әйләнеп ҡайта. Һауа температураһы бөгөн, 17 августа, күтәрелә башлай. Көндөҙ синоптиктар +24 градусҡаса йылы буласаҡ тип фаразлай. Төндә +8-ҙән +13 градусҡаса. Төнөн яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ ямғырҙар тик төньяҡ райондарҙа ғына яуасаҡ. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы буласаҡ. 18 августа көндөҙ һауа +27 градусҡаса йылына. Төндә +15 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Ямғырҙар урыны менән яуасаҡ. Һәм шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы. 19 августа ла шундай уҡ эҫе һауа торошо көтөлә: көндөҙ +27 градусҡа тиклем һәм төндә +15 градусҡа тиклем. Ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм ҡайһы бер райондарҙа ғына фаразлана. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.