Баймаҡ районы – республикалағы ҙур муниципалитеттарҙың береһе. Уның биләмәһе 563 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. 351 мең гектарҙан ашыуы – ауыл хужалығы ерҙәре. Урман фонды 158 меңдән ашыу гектар ерҙе биләй. Ауыл хужалығы ерҙәренең 251 мең тирәһе гектары – дәүләт һәм муниципаль милектә, 84,3 мең гектары – шәхси милекселәрҙеке. Премьер-министр Баймаҡ районындағы Айрат Шәрәфетдинов етәкселек иткән, Баймаҡ районындағы иң уңышлы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының береһенең ерҙәрендә булды. Әйткәндәй, Айрат Алик улы ғүмерен тыуған ерендә ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған. Уның хужалығы үҫемлекселек – бойҙайҙың ҡаты, йомшаҡ төрҙәрен үҫтереү менән шөғөлләнә. Иген һаҡлау өсөн иген ырҙыны бар. Ул 2003 йылдан улдары менән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән мәшғүл. Осрашыуҙа Андрей Назаров Баймаҡ районының Урал аръяғы зонаһындағы ауыл хужалығы продукцияһының 20 проценты тирәһен етештереүе һәм республикала ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны буйынса иң әйҙәүсе урындарҙың береһен биләүе тураһында әйтте. Муниципалит
Премьер-министр Андрей Назаров Баймаҡ районына барҙы
17 августа 202517 авг 2025
2 мин