Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

14 йәшлек үҫмер һәләк булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн төндә 14 йәшлек кенә үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән. БР-ҙың Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Бәләбәй - Йәрмәкәй - Приют юлында питбайк менән автомобиль бәрелешкән. Яҡынса тикшереүҙәр буйынса, 42 йәшлек ир "Лада Калина" автомобиле менән боролошта ҡаршыһына килгән питбайкка бәрелгән. Транспорт менән 14 йәшлек үҫмер идара иткән. Бәрелеү шул тиклем көслө булған, зыян күреүсе "Ашығыс ярҙам" килеп еткәнсә ваҡиға урынында йән биргән. Ваҡиға урынында криминалистар, тәфтиш-оператив төркөмө эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана. Ата-әсәләргә йәнә бер тапҡыр мөрәжәғәт итәбеҙ: балаларығыҙға "үлем транспорты" һатып алып биреүҙән туҡтағыҙ! Төнгө ваҡытта уларҙың ҡайҙа йөрөүөнә иғтибарлы булығыҙ. Йәй каникулдары файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтһен, әммә фажиғәле тамамланмаһын ине. Фото: "Башинформ".