Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан Ҡаҙағстанға ҙур партия етен оҙатҡан

Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаҙағстан Республикаһына ҙур партия етен оҙатҡан. Ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә тәьмин итеү – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының төп йүнәлештәренең береһе, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Оҙатылған етен партияһының ауырлығы 322 тонна тәшкил иткән. Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡорт һынау лабораторияһында белгестәр тарафынан һайлап алынған карантин продукцияһы өлгөләре энтомологик һәм гербологик тикшереүҙәр үткән. Төбәк хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә майлы культура өлгөләрендә хәүефле карантин организмдары табылмаған. Быйыл Башҡортостанда етен культуралары 100 мең гектар тәшкил итә. Ужым 47 районда үҫтерелә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә ү

Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаҙағстан Республикаһына ҙур партия етен оҙатҡан. Ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә тәьмин итеү – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының төп йүнәлештәренең береһе, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Оҙатылған етен партияһының ауырлығы 322 тонна тәшкил иткән. Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡорт һынау лабораторияһында белгестәр тарафынан һайлап алынған карантин продукцияһы өлгөләре энтомологик һәм гербологик тикшереүҙәр үткән. Төбәк хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә майлы культура өлгөләрендә хәүефле карантин организмдары табылмаған. Быйыл Башҡортостанда етен культуралары 100 мең гектар тәшкил итә. Ужым 47 районда үҫтерелә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Фото: республика Хөкүмәте сайты.