Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Ҡотлайбыҙ

Ҡотлайбыҙ💐💐💐

Миәкә районында көрәш буйынса Исламов Ринат Хәбир улы иҫтәлегенә асыҡ республика турниры үтте. Унда Бөрйән районы командаһы 3-сө урын яулап 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Команда составында төрлө ауырлыҡ категорияларында Әмирхан Ямғурсин, Асҡар Ямғурсин, Ильяс Мырҙабаев, Азат Ямғурсин, Йәнгир Иҙрисов, Рәсим Ямғурсин, Динислам Суфиянов, Ренал Ямғурсин һәм Илфат Ямғурсин көрәштеләр. Тренерҙары - Артур Ямғурсин.

✅Әйткәндәй, команданың тренеры Артур Ямғурсин был аҡсаны командаһына тигеҙ бүлеп, үҙенең өлөшөн МХО-ға ярҙамға күсергән.