Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡыуҙар артабан дауам итә

Үткән ай аҙағында МХО яугирҙәренә тәғәйенләнгән “Башҡортостан геройҙары” программаһы буйынса уҡыуҙарҙың беренсе өлөшө тамамланды. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында 21-30 июлдә уҙҙы. Хәҙер финалға сығыусылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән остаздары етәкселегендә стажировка үтә. Яугир ир-егеттәр программаның яңы этабы эсендә үтә торған осрашыуҙарға, яңы сараларға әҙерләнә. Яңы этап башланыр алдынан программала ҡатнашыусылар остаздары – министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, эре компанияларға етәкселек итеүселәр, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән күреште, яҡынданыраҡ танышты. Улар тотош йыл буйына бергә эшләйәсәк. Тәжрибәле дәүләт, власть эшмәкәрҙәре “Башҡортостан геройҙары”нда ҡатнашыусыларҙы идара итеү оҫталығына өйрәтә, белемдәре менән уртаҡлаша. Әле программа финалсылары уның икенсе өлөшөндә ҡаралған сараларҙа әүҙем ҡатнаша ла башланы. МХО яугирҙәрен республиканың власть органдарындағы вазифаларға йә

Үткән ай аҙағында МХО яугирҙәренә тәғәйенләнгән “Башҡортостан геройҙары” программаһы буйынса уҡыуҙарҙың беренсе өлөшө тамамланды. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында 21-30 июлдә уҙҙы. Хәҙер финалға сығыусылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән остаздары етәкселегендә стажировка үтә. Яугир ир-егеттәр программаның яңы этабы эсендә үтә торған осрашыуҙарға, яңы сараларға әҙерләнә. Яңы этап башланыр алдынан программала ҡатнашыусылар остаздары – министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, эре компанияларға етәкселек итеүселәр, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән күреште, яҡынданыраҡ танышты. Улар тотош йыл буйына бергә эшләйәсәк. Тәжрибәле дәүләт, власть эшмәкәрҙәре “Башҡортостан геройҙары”нда ҡатнашыусыларҙы идара итеү оҫталығына өйрәтә, белемдәре менән уртаҡлаша. Әле программа финалсылары уның икенсе өлөшөндә ҡаралған сараларҙа әүҙем ҡатнаша ла башланы. МХО яугирҙәрен республиканың власть органдарындағы вазифаларға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы, ентекле эш артабан дауам итә. Фото: “Башҡортостан геройҙары”ның рәсми төркөмө.