Шулай итеп кисә төндә донъя кимәлендә күптән көтөлгән ваҡиға – Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Дональд Трамптың осрашыуы булды. Ул символик урында – Аляскалағы Анкоридж ҡалаһындағы хәрби базала үтте. Ике лидерҙың осрашыуы ике сәғәт 45 минут дауам итә. Рәсәй Президенты һөйләшеүҙәр “конструктив һәм үҙ-ара ихтирамлы мөхиттә үтте, бик ентекле һәм файҙалы булды”тип билдәләне. "Рәсәй-Америка осрашыуҙары дүрт йылдан артыҡ үткәрелмәне. Был оҙайлы ваҡыт. Үткән осор ике яҡлы мөнәсәбәттәр өсөн бик ауыр булды, һәм, әйтәйек, улар һалҡын һуғыш осоронан алып иң түбән нөктәгә тиклем төштө. Һәм был илебеҙгә лә, тотош донъяға ла файҙа килтермәй”, — тине Рәсәйҙең дәүләт башлығы. “Өсәр яҡлы” осрашыуҙа АҠШ Яғынан Трамп, Рубио һәм Уиткофф, Рәсәй яғынан Путин, Лавров һәм Ушаков ҡатнаша. Ике донъя лидеры ла ике илдең һөҙөмтәгә ынтылышын белдерә һәм берлектәге эш өсөн күп йүнәлештәрҙе билдәләй. Дональд Трамп йомғаҡлау матбуғат конференцияһында, мөһим көйләү пункттары буйынса килешеү юҡ, әм