Сарала сенаторҙар, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ "Армия мәҙәниәте көндәре" проекты ҡатнашыусылары ҡатнашты. Ултырыш алдынан төбәк Башлығы һәм маҡтаулы ҡунаҡтар рәссам Сергей Марченконың "Донбасс күмере. Еңеү йөҙҙәре" экспозицияһы һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Юрий Сивачевтың күргәҙмәһе менән танышты. - Был сараны нәҡ беҙҙә уҙғарырға ышаныс белдергән Оборона министрлығына рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең республикала патриотик йүнәлештәге мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса эш киң йәйелдерелгән, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. Республика Башлығы билдәләгән төп бурыстарҙың береһе - мәҙәниәт учреждениелары базаһында МХО-нан ҡайтасаҡ яугирҙәргә социаль-мәҙәни реабилитация системаһын булдырыу. Радий Хәбиров шулай уҡ креатив индустрия, шул иҫәптән кинематографияны үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне. - Был йүнәлеште системалы рәүештә үҫтерә башланыҡ. Креатив индустр