Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда яңы мәҙәниәт объекттары асылды

Стәрлебаш районының Первомайский ауылында модулле мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Ауылда оҙаҡ йылдар клуб булмай. Ижади берләшмәләр, шул иҫәптән "Калинка" вокаль ансамбле һәм "Дебют" йәштәр театры район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр була. Клуб республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. - Был үҙәк Первомайский һәм күрше ауылдар халҡы өсөн мөһим урын буласаҡ, - тип билдәләне Стәрлебаш районы башлығы Рөстәм Рахманғолов. - Республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре белдерәбеҙ. Ултырышта шулай уҡ Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы, Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылдарындағы яңы модулле китапханалары эшенә старт бирелде. Әйткәндәй, улар "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә йыһазландырылған. Башҡортостан Башлығы райондарҙа йәшәүселәр өсөн бындай мәҙәни объекттар булдырыуҙың мөһим булыуын билдәләне. - Хәйерле сәғәттә, беҙ һеҙҙең өсөн бик шатбыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Бәләкәй ауылдарҙа бындай объекттар асылыуы бик шәп. Мәҙәниәтебеҙ ҡала-ауылдарыбыҙҙа сәскә атһын.