27 августа, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV Бөтә Рәсәй "Геройҙар ваҡыты" асыҡ патриотик йыр конкурсының финал сараларында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе хөрмәтле ҡунаҡтар менән бергә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 11 октябрендә асылған скульптура композицияһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм тыуған ил өсөн ғүмерен биргән ватандаштарыбыҙға арналған. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй "Геройҙар ваҡыты" конкурсында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. – Бөгөн Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл тула. Был көндө бында йыл һайын үткәрелеүсе "Геройҙар ваҡыты" конкурсының финалы үтә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы геройҙарыбыҙҙың бөйөклөгө һәм хәтере алдында баш эйәб
Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә Өфөлә "Геройҙар ваҡыты" тамамланды
27 августа 202527 авг 2025
2 мин