Бөгөн Республика йортонда Бшаҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы делегацияһы менән осрашты. Делегацияға ил Премьер-министры урынбаҫары Виктор Каранкевич етәкселек итә. Сарала халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән фекер алыштылар. Башҡортостан Башлығы делегация вәкилдәренә республикабыҙға килгән һәм үҙ-ара эшмәкәрлек мәсьәләләрен күҙаллау мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ ошо көндәрҙә Өфөлә Буларусь техникаһы үҙәге асылыуын да билдәләне. – Был ваҡиға хеҙмәттәшлегебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән тағы ла бер аҙым булды, – тине төбәк етәксеһе. – Башҡортостанда, дөйөм алғанда, 11 мең берәмек белорус техникаһы эшләй. Әлбиттә, улар ышаныслы эшләһен өсөн ваҡытында хеҙмәтләндерергә һәм йүнәтергә кәрәк. Яңы үҙәк республика предприятиелары һәм ойошмаларының техник паркын киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Радий Хәбиров иҡтисадта һәм мәҙәни өлкәлә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең яҡшы үҫеше, шулай уҡ төрлө йүнәлештәрҙә өр-яңы заманса башланғыстарҙың ҡеүәте хаҡында белдерҙе. Беларусь Премьер-министры урынбаҫары ил Президенты Александр Лукашенконың һәм Премьер-министр Александр Турчиндың сәләмен еткерҙе, берлектәге эш йүнәлештәрен билдәләне. – Байтаҡ өлкәләрҙә хеҙмәттәшлегебеҙ уңышлы үҫә. Тауар әйләнеше буйынса ыңғай һөҙөмтәләр көтәбеҙ, – тине Беларусь вице-премьеры. – Радий Фәрит улы, һеҙгә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, шул иҫәптән “Беларусь машиналары” етештереү-сервис үҙәген ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән өсөн ҙур рәхмәт. Ошо объектты артабан үҫтерергә, уның майҙансығында күрһәтеләсәк хеҙмәттәр, һатыласаҡ тауарҙар даирәһен киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Беҙ һәр төрлө тәҡдимдәргә һәм эшмәкәрлеккә әҙербеҙ. Виктор Каранкевич Башҡортостан делегацияһын быйыл 29 сентябрҙән 1 октябргә тиклем Минскиҙа үткән “ИННОПРОМ. Беларусь” халыҡ-ара күргәҙмәһенә саҡырҙы. Радий Хәбиров был сараға сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында кооперация бәйләнештәрен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ниәтләүе тураһында белдерҙе. Осрашыуҙа төбәк Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостан Хөкүмәте менән Беларусь Хөкүмәте араһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу сараларының үтәлеше хаҡында һөйләне. Яҡтар шулай уҡ ҙур күләмле Рәсәй-Беларусь инвестиция кластерын ойоштороу проекты буйынса эш алып бара. Осрашыуҙа мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү пландары йәһәтенән фекер алыштылар. Виктор Каранкевич Башҡортостан вәкилдәрен 2026 йылда Брест ҡәлғәһе биләмәһендә үтәсәк Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 85 йыллығына арналған иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Башҡортостан Башлығы Беларусь делегацияһы менән осрашыу йомғаҡтарын юғары баһаланы һәм хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу өсөн даими бәйләнеш булдырыу зарурлығын билдәләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.