Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Белемле илдең киләсәге яҡты

Август – мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн мәшәҡәтле һәм яуаплы осор, сөнки алда яңы уҡыу йылы, яңы бурыстар һәм маҡсаттар көтә. Шуға күрә тап ошо ай аҙағында улар ҙур кәңәшмәгә йыйыла. Былтырҙан алып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе күсмә алымда ойошторола башланы. 2024 йылда йыйын Стәрлетамаҡта үткәйне, быйыл төбәгебеҙ педагогтары Бөрө ҡалаһында йыйылды. Ошо айҡанлы беҙ республиканың мәғариф тармағында алып барылған мөһим эштәргә һәм яңылыҡтарға байҡау яһаныҡ. Мәктәптәр яңы төҫ ала Башҡортостан йылдың-йылы мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программала әүҙем ҡатнашыусы төбәктәр исемелегендә билдәләнеп килә. Белеүебеҙсә, был башланғыс 2022 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ошо ваҡыт дауамында федераль ярҙам нигеҙендә 146 бинаны тәртипкә килтергәндәр. Әлеге маҡсатта һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл программаға республикабыҙҙың 40 мәғариф об

Август – мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн мәшәҡәтле һәм яуаплы осор, сөнки алда яңы уҡыу йылы, яңы бурыстар һәм маҡсаттар көтә. Шуға күрә тап ошо ай аҙағында улар ҙур кәңәшмәгә йыйыла. Былтырҙан алып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе күсмә алымда ойошторола башланы. 2024 йылда йыйын Стәрлетамаҡта үткәйне, быйыл төбәгебеҙ педагогтары Бөрө ҡалаһында йыйылды. Ошо айҡанлы беҙ республиканың мәғариф тармағында алып барылған мөһим эштәргә һәм яңылыҡтарға байҡау яһаныҡ. Мәктәптәр яңы төҫ ала Башҡортостан йылдың-йылы мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программала әүҙем ҡатнашыусы төбәктәр исемелегендә билдәләнеп килә. Белеүебеҙсә, был башланғыс 2022 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ошо ваҡыт дауамында федераль ярҙам нигеҙендә 146 бинаны тәртипкә килтергәндәр. Әлеге маҡсатта һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл программаға республикабыҙҙың 40 мәғариф объекты – 35 мәктәп, ике балалар баҡсаһы һәм өс колледжы инеүгә өлгәште. Дөйөм финанслау күләме – 2,2 миллиард һум, шуның 1,9 миллиарды – федераль бюджеттан, ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан йәлеп ителә. Әйткәндәй, быйыл капиталь ремонт яһатыуға конкурстан үткән мәғариф учреждениелары һаны буйынса Бөрө районы алдынғылар рәтендә, бында 11 белем биреү бинаһы яңыртыла. Капиталь ремонт менән бер рәттән мәктәптәрҙе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу эше лә дауам итә. Улар уҡыусыларға бәләкәйҙән көнкүреш алып барыуҙың төп күнекмәләрен, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, яңы уҡыу йылы алдынан Мәләүез районының 15 мәктәбендә хеҙмәт һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре кабинеттарында ҡорамалдар яңыртылған. Заманса ҡорамалдар Воскресенск, Ергән, Нордовка ауылдарында һәм Восточный, Корнеевка, Первомайск, Һарыш һәм Смаҡ ауылдарында ҡуйылған. Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре бүлмәләре өсөн яраланыу һәм зарарланыу осраҡтарында ярҙам күрһәтеү өсөн ҡулланма материалдар, һаҡланыу костюмдары, реанимация өсөн тренажер-манекендар, хеҙмәт дәресе өсөн верстактар, ағасты көйҙөрөү өсөн ҡорамалдар, лазерлы ҡырҡыу станоктары, шымартыу һәм тегеү машиналары һатып алынған. Көслө математиктарыбыҙ менән ғорурланырбыҙ әле Август башында Өфөлә Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә старт бирелде. Ошо айҡанлы ойошторолған тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ белем усағының нигеҙенә ваҡыт капсулаһын һалыуҙа ҡатнашты һәм мөһим төҙөлөшкә фатиха бирҙе. – Ошондай лицей төҙөү тураһында күптән уйлай инек – быны уҡытыусылар һораны. Был һорау менән Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға мөрәжәғәт иттем. Дәүләт башлығы беҙҙең проектты хупланы – талантлы йәштәр күп йәшәгән ҙур республикала бындай мәктәп бик кәрәк. Башҡортостан профилле математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған уҡыусылар өлөшө буйынса илдә лидер булып һанала. Был предметты республика сығарылыш уҡыусыларының 40 проценты һайлай. Әле беҙ ғәҙәти булмаған мәктәп төҙөйбөҙ. Лицей дөйөм белем биреүҙең юғары нөктәһе, фән өсөн кадрҙар әҙерләүсе ысын оҫтахана буласаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Белем усағы “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы төҙөлә. Уның дөйөм майҙаны 24 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Лицей – 360 уҡыусыға, ә интернат 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Унда бөтә республиканан VI кластан XI класҡа тиклем балалар уҡыясаҡ. Улар махсус конкурс буйынса һайлап алынасаҡ, ә лицей директорын республика Башлығы тәғәйенләйәсәк. “Мин үҙем попечителдәр советын етәкләйәсәкмен “, – тине Радий Хәбиров. Төбәктәрҙә әҙерлек нисек? Республика райондары һәм ҡалаларында яңы уҡыу йылына әҙерлектең нисек барышы менән беҙ Әлшәй районы миҫалында таныштыҡ. Әлшәй районының мәғариф бүлеге 21 дөйөм белем биреү ойошмаһын (улар ҡарамағында мәктәпкәсә тәрбиә менән шөғөлләнгән алты төркөм бар), өс өҫтәмә белем биреү ойошмаһын һәм бер филиалды, шулай уҡ биш филиалы булған алты балалар баҡсаһын берләштерә. Район мәктәптәрендә дүрт меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Быйыл беренсе класҡа 308 бала барасаҡ. – Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында күләмле эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, Раевка ауылындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында йылытыу селтәре ремонтланды. Ошо көндәрҙә аҙыҡ-түлек блогындағы эштәр, елләтеү һәм канализация селтәрен алмаштырыу, беренсе ҡаттың коридоры иҙәненә плитә түшәү тамамлана. Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ниғмәтулла ауылдары мәктәптәрендә, Раевкалағы 4-се һәм Аксен ауылындағы балалар баҡсаларында йылытыу системаһы өлөшләтә яңыртылды. Ә Ҡырым ауылы мәктәбендә һыу селтәре ремонтлаға өлгәштек. Тавричанка ауылының балалар баҡсаһында ҡыйыҡ ремонтланды, – тип башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө менән таныштырҙы райондың мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Чупова. Ул шулай уҡ мәғариф учреждениеларын йылылыҡ менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү маҡсатында тәбиғи газ ҡаҙанлыҡтарының даими контролдә тотолоуы, янғынға һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптары тикшерелеүе, был йүнәлештә тейешле саралар күрелеүе тураһында ла әйтте. Зилә Әхмәт ҡыҙы белем биреү учреждениеларының “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”нда әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Мәҫәлән, быйыл өс проект уңышлы тип табылған. Ошо программаға ярашлы, Торонтайыш ауылындағы мәктәптә ағас тәҙрә һәм ишектәр замансаға алмаштырылған. Һөҙөмтәлә балалар күпкә уңайлыраҡ, яҡтыраҡ һәм йылыраҡ шарттарҙа белем аласаҡ, бер үк ваҡытта алдағы йылытыу миҙгелендәге сығымдар ҙа кәмер тип көтөлә. Раевка ауылындағы 4-се балалар баҡсаһында ла яңы пластик тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған. Аксен ауылы мәктәбендә бинаның фасадын ремонтлағандар. Бына шулай, республикабыҙ мәктәптәре яңы уҡыу йылын яңы дәрт һәм аныҡ маҡсат-бурыстар менән ҡаршылай. Балаларға фән үрҙәрен яулағанда – уңыштар, педагогтарға яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәренең лайыҡлы һөҙөмтәһен татып эшләүҙәрен теләйбеҙ. ФЕКЕР Альбина Зөфәр ҡыҙы ЗИНУРОВА, Ҡалтасы районының мәғариф бүлеге начальнигы: – Районыбыҙҙағы 30 белем һәм тәрбиә усағы – 12 мәктәп, 13 балалар баҡсаһы һәм дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһы яңы уҡыу йылын тулы әҙерлектә ҡаршылай. Балаларҙы яңыртылған бүлмәләр, буяу еҫе аңҡыған коридорҙар көтә. Райондың Бабай ауылы мәктәбе 2026 йылда капиталь ремонт эшләүгә конкурс һайлауын үтеүгә өлгәште. Белем көнөндә 193 ҡыҙ һәм малай беренсе класҡа барасаҡ, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән 13 бала бар. ҠАҘАНЫШ 2019 йылдан, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән уҡытыусыларға гранттар бирелә башланы. Йыл һайын республиканың 150 уҡытыусыһы 690 мең һум күләмдә грант ярҙамы ала. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына ла 575 мең һумлыҡ грант булдырылды. Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам сараһы илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. ҺАНДАР Быйыл 1 сентябрҙә Рәсәй мәктәптәренә 18 миллиондан ашыу бала уҡырға барасаҡ, шуларҙың 1,5 миллионы – беренсе класс уҡыусыһы. Башҡортостанда 500 меңдән ашыу бала яңы уҡыу йылын башлай. 45 мең самаһы малай һәм ҡыҙ тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инәсәк. Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан, Әлшәй районы хакимиәтенән.