Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары һәм 2025 йылдың аҙағына тиклемге бурыстар буйынса сәнәғәт, энергетика һәм сауҙа эшенең йомғаҡтары тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев үҙенең сығышында 2025 йылдың тәүге алты айында республикала сәнәғәт производствоһы индексының уҙған йылдың тәүге ярты йыллығына ҡарата 97,5 процент тәшкил итеүе хаҡында һөйләне. Тейәп оҙатылған продукция күләме 1 318,4 миллиард һум тәшкил итә. Александр Шельдяев шулай уҡ, быйыл төрлө кимәлдәге бюджеттан сәнәғәткә дәүләт ярҙамы бер миллиард һумдан ашыу суммаға ҡаралған, тип өҫтәне. Башҡортостан Республикаһының сәнәғәтте үҫтереү фонды тәүге ярты йыллыҡта һигеҙ проектты финансланы, ә улар буйынса инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 1,8 миллиард һум тәшкил итә. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы башланғысы менән быйыл 2025-2027 йылдарғ
Электр энергетикаһы инфраструктураһы үҫешенә 9,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк
27 августа 202527 авг 2025
2 мин