Краснокама районында 57 йәшлек ир 84 йәшлек атаһы менән иртә таңдан балыҡҡа киткән. Пластик моторлы кәмәлә Кама йылғаһына сығалар, 700 метр самаһы йөҙөп баралар һәм балыҡ тота башлайҙар. Тулҡындар арҡаһында кәмәнең артҡы өлөшө һелкенеп, һыу менән тула һәм бата башлай. Ирҙәр йылға эсендә ҡала. Яҡын-тирәләге балыҡсылар уларға ярҙамға килеп еткәнсе, егеттең атаһын ағым алып китә. Уны һыуҙан үле килеш сығаралар. Улына медицина ярҙамына талап ителмәй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: 1. Һыу ятҡылығына сығыр алдынан кәмәнең торошон һәм ишкәкте тикшерегеҙ, ҡотҡарыу жилетын онотмағыҙ; 2. Кәмәгә артыҡ йөк һалмағыҙ, кәрәк-яраҡтарҙы уның ситенә ипләп йәйегеҙ; 3. Көслө елгә һәм тулҡынға кәмәне ҡабырғаһы менән ҡуймағыҙ; 4. Ҙур судноларға һәм катерҙарға курсты үтеү ҡәтғи тыйыла; 5. Һауа тултырылған кәмәгә төҙ итеп баҫыу ҡәтғи тыйыла. Фото: МЧС Башкортостан (https://t.me/mchsrb01).