Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

450 атты “йүгәнләгән” Ҡалтасы ҡыҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге битендә Ҡалтасы районында йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән Диләрә Низаметдинова тураһында яҙған. “Бына ете йыл инде Диләрә Низаметдинова Ҡалтасы районында башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Вуз тамамлағандан һуң беҙҙең аграр университетта өҫтәмә белем алды һәм ата-әсәһе ярҙамында “Экони” йылҡы фермаһына нигеҙ һалды. Бөгөн ул – эре крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Уның хужалығында – 450 баш йылҡы малы. Хужалыҡ аттар, органик ашлама, ит һатыу менән шөғөлләнә. Дәүләт ярҙамы үҫешеү мөмкинлектәрен арттырҙы. 2022 йылда Диләрә Ауыл хужалығы министрлығының “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса 12,8 миллион һумлыҡ грант отто. Был средстволар мал һанын арттырырға, аҙыҡ әҙерләү өсөн техника һатып алырға, мал һуйыу цехын әҙерләргә мөмкинлек бирҙе. Хәҙер планда – һөтсөлөк йүнәлешен үҫтереү. Республикала ғаилә фермаларына ярҙам итеүгә иғтибар бирелә. Биш йыл эсендә, 2020 йылдан алып, 98 фермер грант алды, дөйөм суммаһы – 887, 5 милли

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге битендә Ҡалтасы районында йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән Диләрә Низаметдинова тураһында яҙған. “Бына ете йыл инде Диләрә Низаметдинова Ҡалтасы районында башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Вуз тамамлағандан һуң беҙҙең аграр университетта өҫтәмә белем алды һәм ата-әсәһе ярҙамында “Экони” йылҡы фермаһына нигеҙ һалды. Бөгөн ул – эре крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Уның хужалығында – 450 баш йылҡы малы. Хужалыҡ аттар, органик ашлама, ит һатыу менән шөғөлләнә. Дәүләт ярҙамы үҫешеү мөмкинлектәрен арттырҙы. 2022 йылда Диләрә Ауыл хужалығы министрлығының “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса 12,8 миллион һумлыҡ грант отто. Был средстволар мал һанын арттырырға, аҙыҡ әҙерләү өсөн техника һатып алырға, мал һуйыу цехын әҙерләргә мөмкинлек бирҙе. Хәҙер планда – һөтсөлөк йүнәлешен үҫтереү. Республикала ғаилә фермаларына ярҙам итеүгә иғтибар бирелә. Биш йыл эсендә, 2020 йылдан алып, 98 фермер грант алды, дөйөм суммаһы – 887, 5 миллион һум. Башҡортостанда ауыл хужалығына хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатҡа, уңышҡа ынтылыусан йәш егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың килеүен күреү күңелле. Уларға уңыш теләйем! Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ !” Фото: “Калтасинская заря” гәзите.