Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Воскресение кафедраль соборы төҙөлөшө менән танышты, шулай уҡ “Воскресение соборы” хәйриә фонды ултырышында ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, Комсомол урамындағы ҡорам 2003 йылда Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы башланғысы менән төҙөлә башлағайны. Проекттың авторы – архитектор Рудольф Кирайдт. Комплекстың дөйөм майҙаны 2,8 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. 2007 йылда собор төҙөлөп бөтөп, эске һәм тышҡы биҙәү эштәре ҡалғайны, әммә финанслау туҡталып торҙо. Былтыр декабрҙә ҡорам төҙөлөшөн яңыртыу өсөн хәйриә фонды асыла. Уның ойоштороусыһы – “Роснефть” компанияһы вице-президенты Геннадий Букаев. Фондтың попечителлек советы рәйесе итеп Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һайлана. Хәйриә фондының генераль директоры Рөстәм Үлмәҫов август айына ҡарата ҡорамдың төп залында эшләү өсөн ағас ҡоролмалар күтәреү, бинала электр системаларын һәм янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаларын монтажлау, көмбәҙҙе ремонтлау, стеналарҙы йөҙләү х