Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алексей Преснаков: "Маҡсатлы патриотик эште 10-12 йәштән башларға кәрәк"

Балалар менән Тыуған ил һәм махсус хәрби операция тураһында кем һәм нисек һөйләшә ала? Был тема Өфөгә Армия мәҙәниәте көндәренә килгән «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» Бөтә Рәсәй әҙәби мәҙәни-ағартыу проекты етәксеһе, шағир-фронтовик Алексей Преснаков менән әңгәмәлә күтәрелде. - Маҡсатлы патриотик эште 10-12 йәштән башларға кәрәк. Кем, махсус операция ветерандары, алғы һыҙыҡта һынауҙарҙың бөтә әселеген үҙендә татыған, ауыртыуҙы кисергән, балаларға асылын еткерә аламы? - тип иҫәпләй Алексей Сергеевич. Шағир әйтеүенсә, төп мәсьәлә — махсус хәрби операция темаһына сифатлы әҙәбиәт етерлек кимәлдә сыҡмай. Һуңғы ике йылда иң яҡшыларҙың береһе тип ул махсус хәрби операция ветераны Дмитрий Артистың "Ирекмән көндәлеге" һәм башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың "Батыр яраһыҙ булмай" әҫәре. Алексей Преснаков әҙәби фронтта эште киңәйтеүҙә монетизацияның булмауын кәртә тип иҫәпләй. Был мәсьәләне ул Никита Михалков менән Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт буйынса советы ултырышында күтәрә. Шунда уҡ һөҙөмтә була: Алексей Сергеевич һүҙҙәренсә, яҙыусы-фронтовиктарға ярҙам итеүгә биш миллион һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта Алексей Преснаков талантлы исемдәр теҙмәһен атай: юғарыла телгә алынған авторҙарҙан тыш, Владимир Беляев, Андрей Огелько, Николай Сидоров, Анна Ревякина. "Хәҙер һәләтле шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың аҫылдары тотош бер хазина. Һәм уларҙы алға этергә кәрәк", - тип билдәләне спикер. Был эштә китапханалар мөһим роль уйнай, улар, стереотиптарға ҡаршы, әүҙем үҙгәрә һәм халыҡ менән эшләй. Алексей Сергеевич фекеренсә, һанлы мөхит тураһында ла оноторға ярамай: үҙ "сәнғәт блогерҙарын" булдырырға, яңы технологияларҙы ҡулланырға, мәҫәлән, яһалма интеллект ярҙамында бөйөк шағирҙарҙың тауыштарын йәнләндерергә һәм йәмәғәт киңлектәрендә "башларға" кәрәк, шулай итеп, уларҙың шиғырҙары яңы быуын өсөн "тәүге сығанаҡтарҙан" яңғыраһын. Йәштәргә ниндәй ябай тезистарҙы еткереү кәрәклеге тураһында һорауға Алексей Преснаков ышаныслы яуап бирҙе: "Саҡырыуҙар етерлек. Патриотизм темаһын универсаль һәм бөтәһен берләштергән тел - мәҙәниәт теле ярҙамында алға ебәрергә кәрәк, ә был әҙәбиәт тә, музыкаль әҫәрҙәр ҙә, театр тамашалары ла, нәфис фильмдар ҙа". Фото: фестивалдең матбуғат үҙәгенән.