Йәмле тәбиғәт ҡосағында,саф һыулы Ҡыҙыл йылғаһы янында урынлашҡан Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенә ҡараған “Ирәндек” балалар ял лагерына йыл һайын ҡыҙ һәм малайҙар ҙур теләк менән килә.Бында йәй буйына төрлө район һәм ҡалаларҙан меңдән ашыу уҡыусылар һаулыҡтарын нығыта, яңы уҡыу йылына көс туплай, ышаныслы дуҫтар таба. Ысынлап та, ожмах мөйөшөн хәтерләткән урында төрлө ерҙән балаларҙың шат тауыштары, эскерһеҙ көлөүҙәре,гитараға ҡушылып йырлағандары,туп типкәндәре ишетелеп тора.Тәртип тупһанан башлана,тигәндәй һәр корпус ишеген асҡас та, бар ерҙә бөхтәлек,таҙалыҡ күҙгә ташлана. Шуға күрә был лагерға ял итергә балалар бер нисә йыл рәттән килеүе лә юҡҡа түгел. Смена башында уҡ һәр көндөң эш планы төҙөлә,экскурсиялар графигы билдәләнә.Йылдар буйына лагерҙың матур традицияһына әйләнгән саралар барлыҡҡа килгән.Мәҫәлән, “Байыҡ” “Йондоҙҙар ҡабыҙабыҙ”, “Ирәндек батыры һәм матуры” исемле кокурстар йыл һайын һәр сменала үткәрелә. Әйткәндәй, лагерҙың үҙ автобустары бар. Шулар ярҙамында балалар Магнитогорск ҡалаһына аквапаркка, Үләнде күле буйындағы “Динопарк”ка,Абҙаҡ тау курортына һәм Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуған ауылы Күсемдә урынлашҡан музейына алып баралар. Өр-яңы спорт майҙансығы ла асылды Ошо көндәрҙә “Ирәндек” балалар ял лагерында ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Бында заманса талаптарға яуап биргән спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Лагерҙа ял итеүселәр хәҙер рәхәтләнеп асыҡ һауала футбол, волейбол уйнаясаҡ, төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша аласаҡ.Яңы спорт майҙансығы “Салауат”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән төҙөлгән. Объект ни бары ике ай эсендә файҙаланыуға индерелде. Күп функциялы яңы спорт майҙансығында йомшаҡ япмалы баскетбол һәм футбол майҙансығы, ваҡ ҡом япмаһы түшәлгән пляж волейболы өсөн майҙансыҡ, спорт снарядтары, шулай уҡ оҙонлоҡҡа һикереү буйынса нормативтарҙы тапшырыу зонаһы һәм йүгереү юлдары бар. Көйәрмәндәр өсөн уңайлы ултырғыстар, трибуналар ҡуйылған. Быларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп эшләнгән. Әйткәндәй, яңы асылған спорт майҙансығына“Салауат “исеме бирелгән. Тимәк, киләсәктә бында халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев кеүек сос, таһыллы, зирәк батырҙар, “Салауат” хоккей командаһы уйындары өсөн янып-көйгән көйәрмәндәр кеүек балаларҙың уйындарына ҡеүәтләп ултырға ата-әсәләр, тамашасылар бихисап булыр, тигән ышаныстабыҙ. “Беҙ- яуаплы инвестор” -ти “Салауат” яуаплылылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә. Әлеге ваҡытта компания, ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыу тураһындағы ҡануниәтте ҡәтғи үтәп, дәүләт органдары, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы башланғысы буйынса ойошторолған Күҙәтеү йәмәғәт советы контролендә алдан күҙаллау участкаһында геологик разведка алып бара. Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, өлгөләрҙе алыу һәм скважиналарҙы рекультивациялауҙы йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләнәләр. Республика Башлығы Радий Хәбиров менән үткән кәңәшмәлә йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев Әбйәлил районы хакимиәте менән социаль партнерлыҡ килешеүгә ярашлы, беҙ мөһим социаль башланғыстарға ярҙам итеү буйынса йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ һәм Әбйәлил районында инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырасаҡбыҙ, тигән ине. Әйткән һүҙ үтәлде һәм тәүге аныҡ эштәр, атап әйткәндә, “Ирәндек” балалар ял лагерында яңы спорт майҙансығы сафҡа инде. Компания үҙҙәренең етди ҡарашта булыуын күрһәтте. Улар геологик разведка этабында уҡ Әбйәлил районындағы социаль проекттарға ярҙам итә башланы. Әйткәндәй, Белем байрамында Буранғол ауылындағы мәктәп-интернат та капиталь ремонттан һуң яңыса балҡыясаҡ. —Беҙ социаль яҡтан яуаплы инвестор. Шуға лә әйткән һүҙебеҙгә һәр саҡ тоғро ҡалабыҙ.Бала саҡтан спорт яратҡан, сәләмәт тормошто, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткән балалар киләсәктә район, Башҡортостан, ил ғорурлығы. Беҙ малай һәм ҡыҙҙар көслө ихтыярлы, ҡыйыу, сәмле булып үҫһен тип тырышабыҙ, шуға күрә лә районда балалар сәләмәтлеге һәм әүҙем спорт өсөн ошо объекттың инфраструктураһын үҫтереүгә ҡатнаштыҡ. Бөтәһе 70 миллион аҡса бүленде, әммә район хакимиәтенең тәҡдиме менән беҙ тағы ла 100 миллионға тиклем аҡса бүлеп, мәктәп– интернаты янын төҙөкләндереүҙә һәм ауылдың медицина пунктына ремонт яһауҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Әлбиттә, был эштәр менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ. Яңы спорт майҙансығын асыу тантанаһында Әбйәлил район хакимиәте башлығы менән артабан да хеҙмәттәшлек итеү өсөн килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, тимәк эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк,–ти Таһир Тимербай улы. Майҙансыҡты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, "Салауат" ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев, "Ирәндек" лагеры директоры Ирек Хәсәнов сығыш яһаны. Улар барыһы ла йәш быуындың сәләмәт, әүҙем булып үҫеүен теләне. Тантананан һуң тәүге район ярыштарына старт бирелде. Футболсылар тип–тигеҙ майҙансыҡта туп типте, ҡыҙҙар командалары пляж волейболында таһыллыҡтарын күрһәтте. Спортсылар шәп майҙансыҡ асылыуына ҡыуаныстарын белдереп, киләсәктә район, республика күләмендәге ярыштарҙың бында ойоштороласағына ышаныс белдерҙе. Кем белә, бәлки тап ошо спорт майҙансыҡтарында тәүге “сирҡаныс” алған ҡыҙ һәм малайҙар артабанғы яҙмышын спорт менән бәйләп, киләсәктә район данын яҡлап, төрлө ярыштарҙа сығыш яһап, район, республика һәм ил чемпиондары булып китмәҫ тимә! Ысынлап та, яңы спорт майҙансығы яңы еңеүҙәргә илтер урын булһын. Пляж волейболы уйнарға яратһаң, Әбйәлилгә кил! Районда тәүгеләрҙән булып асылған ваҡ ҡом түшәлгән пляж волейболы өсөн майҙансыҡ барыһын да үҙенә йәлеп иткәндер тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Сөнки бында ҡатын–ҡыҙҙар араһында ысын мәғәнәһендә көслө ярыш үтте. “Иҫ киткес шәп!”, “Аңлата алмаҫлыҡ хистәр!”, “Беҙҙә, Әбйәлилдә төбәктә берҙән –бер булған пляж волейболы өсөн майҙансы!” тигән һүҙҙәрҙе һәр кем әйтергә тырышты. Тәүге тапҡыр уйнауҙарына ҡарамаҫтан, район ҡатын–ҡыҙҙар волейбол командаһы ағзалары матур уйын күрһәтеп, көйәрмәндәрен һөйөндөрҙө. Команда капитаны Гөлшат Әминева белдереүенсә, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булманы, ҡыҙҙарҙың ихласлыҡ менән уйнауҙары киләсәктә пляж волейболы районда киң ҡолас алыуына ышаныс белдерҙе. Фекерҙәр Илнур Яхин, “Ирәндек”лагерының директор урынбаҫары, “Толпар” футбол командаһы тренеры. —Лагерҙә заманса спорт майҙансығы төҙөлөүгә бик шатбыҙ. Был майҙансыҡҡа беҙ күптән мохтаж инек. Ял итеүселәр араһында спорт менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған балалар бар, улар тренерҙары менән махсус шарттар булмаған ерҙәрҙә шөғөлләнергә мәжбүр ине. Хәҙер спортсыларға һәм бөтә балаларға ла йомшаҡ япмалы спорт майҙансығында, йәрәхәтләнеүҙән ҡурҡмай, шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ирдан Хөснөтдинов һәм Тамерлан Баязитов, лагерҙа ял итеүселәр Ирдан: 4-се класҡа барам, Асҡар ауылынан. Бәләкәйҙән футбол уйнарға яратам. Яңы спорт майҙансығы ныҡ оҡшай. Тамерлан: Мин дә 4-се класҡа барам, спорт меннә шөғөлләнәм. Асҡарҙың “Бөркөт” спорт – һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнәм. Хәҙер лагерҙа рәхәтләнеп футбол уйнаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – ҡолаһаҡ та тубығым ауыртмаясаҡ. (Йылмая). Автор фотолары