Илеш районындағы Ҡужбахты һәм Тәжәй ауылдарының ҡап уртаһында урынлашҡан өр-яңы модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты - ауылдаштарҙың йыш осрашҡан, аралашҡан урындарының береһе. Ҡужбахты ауылында тыуып үҫеп, 35 йыл буйы яҡташтарының һаулыҡ һағында уяу торған Гөлназ Рәүҙәт ҡыҙы Гәрәеванан да ауыл кешеләренең проблемаларын, борсоған мәсьәләләрен, көнитмешен яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Ул һәр кемдең сәләмәтлеген хәстәрләүҙән, ваҡытында диспансерлаштырыу үткәреүҙән, вакцина яһатыуҙан тыш, ауыл Советы депутаты булараҡ, төбәкте төҙөкләндереү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәрен индерә, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. – Тыуып үҫкән ауылымда оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләү миңә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Күрһәтелгән ышанысты аҡларға кәрәк. Ауылдаштарымдың һәр береһен биш бармаҡтай белеү, холоҡ-фиғеле, йәшәү шарттары, социаль хәле менән таныш булыу эшемдә ярҙам итә. Ситтән ҡарағанда, һил, тымыҡ күлдәй тойолған ауылда ла тормош ҡайнап тора ул. Фельдшер өсөн көн дә, төн дә юҡ. Әгәр берәйһенә ярҙам кәрәкһә, йоҡоңдо ла, мәшәҡәттәреңде лә онотаһың, сөнки ауырыуға һинән башҡа тәүге ярҙам ҡулын һуҙыусы башҡа бер кем юҡ, – тип һүҙ башланы тәжрибәле фельдшер Гөлназ Рәүҙәт ҡыҙы. Былтыр февраль айында асылған модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ике ауылдың 650-нән ашыу кешеһе өсөн бик кәрәкле социаль объекттарҙың береһе ул. Быға тиклем клуб бинаһында урынлашҡан медицина пунктын бөгөнгөһө менән сағыштырырлыҡ түгел, әлбиттә. “Күреп тораһығыҙ, ҡабул итеү, процедура, ҡатын-ҡыҙҙар кабинеттары ниндәй иркен, яҡты! Бөтә медицина ҡорамалдары яңы. Бындай уңайлы шарттарҙа ҡасан да булһа эшләрмен, тип хыялланмағайным да әле. Эшкә ҙур кинәнес, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән йөрөргә генә кәрәк хәҙер”, – ти фельдшер, һөйөнөс менән. Гөлназ Гәрәева - районда ғына түгел, республика кимәлендә ихтирам яулаған, белемле медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе. Быйыл “Иң яҡшы ФАП фельдшеры-2025” республика конкурсында икенсе урынды яулап, яҡташтарының ихтирамын яулаған. Ғөмүмән, медицина пункты тормошонда шатлыҡлы яңылыҡтар булып тора. Мәҫәлән, быйыл апрель айында медицина учреждениеһына өр-яңы "Лада Гранта" автомобиле тапшырылыуы көтөлмәгән ваҡиға булды. Водителе кем тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, Гөлназ Рәүҙәт ҡыҙы үҙе! Быға тиклем саҡырыуҙарға, медицина учреждениеһы йомоштары менән үҙ машинаһында йөрөргә тура килһә, хәҙер пациенттар өсөн дә бик уңайлы яңы автомобиль бар. – Ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә йылдан-йыл күберәк иғтибар бирелеүен күрәбеҙ. “Сәләмәтлек поездары”ның йыл һайын райондарға килеүенә халыҡ өйрәнеп бөттө. Июль айында сираттағы күсмә поезд беҙҙә лә булды, – ти фельдшер. – Тар белгестәрҙән кардиолог, невролог, акушер-гинеколог халыҡты ҡабул итте, маммография, флюорография, ультратауыш тикшеренеүҙәрен үтеүселәр булды. “ПроМед”системаһына инеп, консультация алыу, анализдарҙы белешеү мөмкинлеге бар, – ти фельдшер. Һанлаштырыу бер Ҡужбахты халҡына ғына түгел, бөтә Илеш районы кешеләренә, йәшәгән урындарынан ситкә сыҡмайынса, ҡала дауаханалары табиптары һәм белгестәренең кәңәшен алырға мөмкинлек бирә, пациенттарға телемедицина консультациялары ярҙамға килә. Урындарҙа фельдшерҙар ҡатмарлы мәсьәләләргә юлыҡҡанда Өфө белгестәре менән кәңәшләшә ала, онлайн рәүешендә коллегалары менән дауалау тактикаһын билдәләй, анализдарҙы бергәләп тикшерә, кәрәк булғанда башҡа медицина учреждениеһына күсереүҙе хәл итә. Был пациенттың сәләмәтлеге өсөн ҡәҙерле булған “алтын” ваҡытты үткәреп ебәрмәү өсөн мөһим. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған, юғары категориялы фельдшер һанлаштырыуҙың пациенттарҙың һаулығын хәстәрләүҙә ни тиклем әһәмиәтле булыуын яҡшы белә. “Мин бәләкәй генә сағымдан табип булырға хыялландым. Атайым ауырып киткәс, уны нисек йәлләгәнемде, хәлен еңеләйтергә теләгәнемде белһәгеҙ икән! Шуға күрә яҙмышымды ниндәй һөнәр менән бәйләргә икән, тигән һорау тыуманы. Өфөләге медицина колледжын “ҡыҙыл диплом”ға тамамлағас, тыуған ауылыма эшкә ҡайттым. Иптәшем Фәнүс менән тормош ҡороп, йорт һалдыҡ, бына тигән ҡыҙ үҫтерҙек. Бәләкәй генә һөйөнөстәрҙән йәм табып, һәйбәт яңылыҡтарға ҡыуанып, ярҙам итешеп йәшәп ятыуыбыҙ”, – ти Гөлназ Гәрәева. Владимир ПУТИН, Рәсәй Президенты: “Тәүге звеноны яңыртыу илдәге һәр өсөнсө медицина учреждениеһына ҡағылды, ФАП-тар, поликлиникалар, район һәм ҡала дауаханалары өсөн 140 мең берәмектән ашыу медицина ҡорамалы алынды. Миллионлаған кешеләр өсөн медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеге һәм уңайлыҡтар артты. Ҡабатлайым: был йүнәлештәге эш дауам иттерелергә тейеш, ул - граждандарҙың төп ихтыяждарының береһе”. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы – тап халҡыбыҙҙың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек башланған урын. Поликлиникаларҙағы шарттарҙан, йыһазландырыуҙан, унда эшләгән табиптарҙың эшмәкәрлегенән күп нимә тора. Һуңғы йылдарҙа беҙгә тәүге звеноның ладшафтын етди үҙгәртергә, был маҡсаттарға байтаҡ федераль финанс сығымын йәлеп итергә мөмкин булды. Һәм беҙ был эште дауам итәбеҙ. Кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу беҙҙең, һис шикһеҙ, өҫтөнлөктәребеҙ булып ҡаласаҡ”. Резеда Шәңгәрәева фотолары.
Илеш районындағы Ҡужбахты һәм Тәжәй ауылдарының ҡап уртаһында урынлашҡан өр-яңы модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты - ауылдаштарҙың йыш осрашҡан, аралашҡан урындарының береһе. Ҡужбахты ауылында тыуып үҫеп, 35 йыл буйы яҡташтарының һаулыҡ һағында уяу торған Гөлназ Рәүҙәт ҡыҙы Гәрәеванан да ауыл кешеләренең проблемаларын, борсоған мәсьәләләрен, көнитмешен яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Ул һәр кемдең сәләмәтлеген хәстәрләүҙән, ваҡытында диспансерлаштырыу үткәреүҙән, вакцина яһатыуҙан тыш, ауыл Советы депутаты булараҡ, төбәкте төҙөкләндереү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәрен индерә, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. – Тыуып үҫкән ауылымда оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләү миңә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Күрһәтелгән ышанысты аҡларға кәрәк. Ауылдаштарымдың һәр береһен биш бармаҡтай белеү, холоҡ-фиғеле, йәшәү шарттары, социаль хәле менән таныш булыу эшемдә ярҙам итә. Ситтән ҡарағанда, һил, тымыҡ күлдәй тойолған ауылда ла тормош ҡайнап тора ул. Фельдшер өсөн көн дә, төн дә юҡ. Әгә