Федоровка үҙәк район дауаханаһына "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты (нацпроект «Продолжительная и активная жизнь») сиктәрендә яңы һанлы рентген аппараты ҡайтты. Был заманса ҡорамал пациентҡа йүнәлтелгән нурланыш дозаһын контролдә тоторға һәләтле. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре уның эш өсөн күпкә уңайлыраҡ булыуын билдәләй. "Ул үҙе еңел, компактлы, шул уҡ ваҡытта ябай. Унда рентген һүрәттәрен цифрлы теркәү өлкәһендәге иң һуңғы ҡаҙаныштар тупланған", - тиҙәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының (нацпроект «Продолжительная и активная жизнь») төп маҡсаты - халыҡтың ғүмерен оҙайтыу. 2030 йылға уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 арттырыу планы ҡуйылһа, 2036 йылға 81 йәшкә еткереү планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу эше алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормо