Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Заманса, матур һәм яҡты

Баҡалы районының Диәш ауылында яңы ФАП асылған. Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы эшләнгән. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. ФАП заман талаптарына тулыһынса тура килә. Бында персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә кәрәкле ҡорамалдар, шарттар бар. Халыҡ һаулығы һағында Юлия Малова торасаҡ. Ул был өлкәлә 17 йыл эшләй. "2020 йылдан бирле Баҡалы районында 23 ФАП төҙөлгән, уларҙың алтауһы быйыл сафҡа ингән. Яңы медицина учреждениеларын асыу - ул һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, ә урындағы халыҡ өсөн дә ҙур шатлыҡ", - ти һаулыҡ һаҡлау министры Роберт Иштуҡов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.