Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иғтибар үҙәгендә - тәбиғәтте һаҡлау

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды, шул иҫәптән тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә ыңғай динамика билдәләнде. – Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү кимәле 46 процент тәшкил итә, был күрһәткесте икеләтә арттырыу маҡсаты ҡуйыла. “Экологик именлек” милли проектының “Ябыҡ цикллы иҡтисад” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә экологик хәлде яҡшыртыу һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса әүҙем эш алып барыла, – тип билдәләне Андрей Назаров. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһе тураһында ентекле һөйләне. 2025 йылдың июнь айына ҡарата республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар туплау майҙансыҡтарының 100 проценты төҙөкләндерелгән, 90 мең контейнер ҡуйылған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 200 яңы майҙансыҡ һәм

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды, шул иҫәптән тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә ыңғай динамика билдәләнде. – Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү кимәле 46 процент тәшкил итә, был күрһәткесте икеләтә арттырыу маҡсаты ҡуйыла. “Экологик именлек” милли проектының “Ябыҡ цикллы иҡтисад” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә экологик хәлде яҡшыртыу һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса әүҙем эш алып барыла, – тип билдәләне Андрей Назаров. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһе тураһында ентекле һөйләне. 2025 йылдың июнь айына ҡарата республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар туплау майҙансыҡтарының 100 проценты төҙөкләндерелгән, 90 мең контейнер ҡуйылған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 200 яңы майҙансыҡ һәм ике меңдән ашыу контейнер булдырыу планлаштырыла. Көн һайын линияға 340-ҡа яҡын сүп-сар ташыусы сыға. Бөгөнгә сүплектәрҙең 96,6 проценты юҡ ителгән. Фекер алышыуҙың айырым темаһы ер аҫты һыу ресурстарының торошона һәм ер аҫтын файҙаланыуҙы контролдә тотоуға ҡағыла. Төбәк Волга буйы округы субъекттары араһында киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға теркәлгән лицензиялар һаны буйынса алдынғы урында тора. 2025 йылдың беренсе яртыһында 20-нән ашыу яңы лицензия бирелгән, әле бөтәһе 385 лицензия иҫәпләнә. Ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү хоҡуғын биреү өсөн аукциондар әүҙем әҙерләнә, 23 аукцион үткәрелгән, тағы ла икеһе йыл аҙағына тиклем көтөлә. Төбәктең эре һыу хужалығы объекттарында ремонт эштәренә айырыуса иғтибар бүленде. Мәҫәлән, быйыл Баймаҡ районында Һаҡмар һыуһаҡлағысын капиталь ремонтлау буйынса эш дауам итә (эштәрҙе тамамлау ваҡыты – 2026 йыл). Әлеге ваҡытта ташҡын ваҡытында һыуҙы ағыҙыу өсөн төбөн арматуралауға әҙерлек эштәре алып барыла, боҙҙан һаҡлау ҡоролмаһын йыйыу процесы башҡарыла. 2025 йылдың ноябренә тиклем ошо эштәрҙе, шулай уҡ боҙҙан һаҡлау ҡоролмаһын монтажлау буйынса бетон эштәрен тамамлау планлаштырыла. Шулай уҡ Башҡортостандың ҙур гидротехник объектын – Йомағужа һыуһаҡлағысын ремонтлау башланды. Ултырыш аҙағында ҡатнашыусылар, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ҡатмарлы экологик проблемаларҙы хәл итеү буйынса эҙмә-эҙлекле һәм системалы эш кәрәк, тип билдәләне. Тәбиғәт байлыҡтарының һаҡсыл мөнәсәбәте һәм артыуы бары тик бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың көстәрен берләштереү һәм ресурстарын туплау аша ғына мөмкин. Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/27380/