Бөгөн, 26 августа, Бөрөлә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте. Сараның Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында йәш быуынды әхлаҡи-патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн республика педагогтарына рәхмәт әйтте. –2025 йыл илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар йәлә һәм Еңеүҙең 80 йыллығы йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда ул Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы булараҡ үткәрелә, – тине Радий Хәбиров. – Хөрмәтле уҡытыусылар, лайыҡлы Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Бөгөн һеҙҙең сығарылыш уҡыусыларығыҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, алғы һыҙыҡта лайыҡлы көрәшә. Республика Башлығы белдереүенсә, былтыр 10 мәктәпкә – Советтар Союзы Геройҙарының, берәүһенә – Рәсәй Федерацияһы Геройы Борис Александрович Дудконың, һигеҙенә республиканың күренекле эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелгән. 78 мәктәп фасадына махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусылар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. - Йыл аҙағына тиклем 35 муниципалитеттағы тағы 104 мәктәпкә исем бирәбеҙ. Беҙ шулай уҡ Ватанды һаҡлаусыларға арналған 2225 «Герой партияһы» булдырҙыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – геройҙарҙың батырлыҡтарын онотмау. Артабан төбәк етәксеһе республика мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп һөҙөмтәләренә туҡталды. – Һуңғы алты йылда беҙ 33 мең урынлыҡ 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы астыҡ. Федераль программа буйынса 11 миллиард һумдан ашыу суммаға 181 мәктәп бинаһы ремонтланды, был – ил буйынса икенсе күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл программа сиктәрендә 35 мәктәптең яңыртылған биналары үҙ ишектәрен асасаҡ. Ә киләһе йылда 41 мәктәп бинаһын тәртипкә килтерәсәкбеҙ, эштәрҙең дөйөм суммаһы – 3 миллиард һумдан ашыу. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ балаларҙың һәм йәштәрҙең йәйге ял системаһын яңыртыуға туҡталды. Ул 500 меңдән ашыу кешене үҙ эсенә ала. Республикабыҙҙа урта һөнәри белем биреүҙең матди-техник базаһы әүҙем яңыртыла. Быға колледждарҙың «Профессионалитет» проектында ҡатнашыуы булышлыҡ итә. – Уға ярашлы беҙ республикаға 2 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп иттек. Колледждар һәм предприятиеларҙың үҙ-ара эш итеүе һөҙөмтәһендә беҙҙә 19 кластер булдырылған, киләһе йылда уларға тағы ла һигеҙ кластер өҫтәләсәк. Беҙ – бындай үҙәктәр һаны буйынса илдә лидер, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Колледждарҙы капиталь ремонтлау төбәк программаһы сиктәрендә лә дауам итә. Өс йыл эсендә был маҡсатҡа республика бюджетынан 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән, 38 бина ремонтланған. Төбәк етәксеһе шулай уҡ педагогик хеҙмәткәрҙәргә адреслы ярҙам сараларын билдәләне. Биш йыл эсендә 525 йәш уҡытыусы 690 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған. Ә 2025 йылдың 1 сентябренән ауыл мәктәптәренең 50 директоры ошондай мөмкинлек аласаҡ. 2024 йылда тәүге тапҡыр 75 иң яҡшы балалар баҡсаһы педагогы 575 мең һум күләмендә грант алды. Быйыл тағы ла 50 тәрбиәсе ошондай ярҙам сараһына лайыҡ булды. - Былтыр мин шулай уҡ уҡытыусыларыбыҙҙы республика шифаханаларында ял итеү һәм һаулығын тергеҙеү мөмкинлеге менән тәьмин итергә ҡуштым. Быйыл 1 сентябрҙән педагогтарыбыҙаҙ тәүге мең кеше шифахана-курорт дауалауын аласаҡ, - тип өҫтәне Радий Хәбиров. 2025/2026 уҡыу йылында мәктәптәргә 500 меңдән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән 45 мең беренсе класс уҡыусыһы барасаҡ, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Тәүге тапҡыр парта артына ултырыусыларҙың 1,2 меңдән ашыуы – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары. – Хөрмәтле хакимиәт башлыҡтары, уларҙы мәктәпкә әҙерләүҙе шәхсән контролдә тотоуығыҙҙы һәм тантаналы линейкаға оҙатыуҙы тәьмин итеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров. Яҡынлашып килгән уҡыу йылы менән педагогтарҙы РФ Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡотланы. Башҡортостан бөтә профилле федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, был тармаҡтың конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне ул. Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин үҙенең докладында белем биреү процесының һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙең сифатын күтәреүгә иғтибар бүлде. Мәғариф буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында МХО яугире, Салауат Юлаев исемендәге батальон взводы командиры, Мәсәғүт педагогия колледжы директоры Марат Әхмәтғәлин сығыш яһаны. Мәғариф системаһының төп бурыстарының береһе – патриотик тәрбиә биреү, тип билдәләне ул. - Илдең киләсәге өсөн төп көрәш алғы һыҙыҡта ғына түгел, ә уҡыу кластарында һәм аудиторияларҙа бара. Бөтә һынауҙарҙан һуң көслө Рәсәйҙе төҙөүҙе дауам итәсәк быуындың ниндәй буласағы беҙҙең хеҙмәттән тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Әхмәтғәлин. Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһен тамамлап, Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренең иғтибарын мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләренә йүнәлтте. Шулай уҡ төбәк етәксеһе педагогтарға республиканың дәүләт наградаларын, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттарына һәм финалсыларына премиялар тапшырҙы. Сығанаҡ: glavarb.ru