Зөлфирә Харрасова Салауат районының Әлкә ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Малаяҙ училищеһын тамамлағас, кондитер булып эшкә урынлаша. "Унан Малаяҙ ауылына килен булып төштөм. Ҡурҡып ҡына өҫтәл әҙерләй башланым. Аллаға шөкөр, бик күп маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булдым, ошо көндән бирле табындар әҙерләйем - юбилейҙарға, туйҙарға, никахтарға. Бәлештәр бешерәм. 2012 йылдан бирле үҙемдең ашнаҡсы һөнәремде яратып башҡарам. Төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, үҙемде һынап ҡарайым", - ти ул. Бөгөн Зөлфирә үҙенең повидло рецебын уртаҡлаша. "Бер килограмм слива, ике килограмм алма, миндаль сәтләүеге алабыҙ. Сливаны йыуабыҙ, һөйәгенән айырабыҙ, алманы йыуабыҙ ҙа төштәрен алабыҙ. Өс килограмм шәкәр ҡомо һалып ҡайнатабыҙ, шунан һуң блендер менан иҙәбеҙ. Миндалде ла блендерҙа ваҡларға була, мин ваҡламайым. Ошонан һуң 300 грамм шәкәр ҡомо һалып, миндаль ҡушып, 10 минут ҡайнатып алабыҙ. Ҡуйы, телеңде йоторлоҡ тәмле повидло була", - ти ул. Эшләп ҡарайыҡмы? Фото: З. Харрасова архивынан.