Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Үҙенсәлекле балаларға ярҙам бик мөһим

Бөгөн Бөрөгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телмәрендә етди етешһеҙлектәре булған уҡыусылар өсөн Бөрө коррекциялау мәктәп-интернатында булды. Унда 389 бала белем ала, шуларҙың 49-ы – инвалид. Интернатта 145 бала йәшәй, мәктәптә 73 уҡытыусы эшләй. “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы, учреждение өсөн өр-яңы ҡорамалдар – мобиль кластар, интерактив комплекстар, махсус логопедиЯ тренажерҙары һәм сенсорлы интеграция өсөн материалдар һатып алынған. 2022 йылда “Мәғарифтың мәктәп системаларын яңыртыу” федераль программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә интернатта инфраструктура төҙөкләндерелгән, дизайн яңыртылған. Бында шулай уҡ массаж, физиотерапия, стоматология кабинеттары, ингалятор бүлмәһе булған бәләкәй поликлиника ла эшләй. Сәфәр барышында Радий Хәбиров уҡыу кластарын, робот техникаһы, логопедия бүлмәләрен, медицина пунктын, тамаша залын, китапхананы ҡарап сыҡты. Шулай уҡ мәктәп нигеҙендә эшләгән “Диалог” төбәк ресурс үҙәге менән танышты. Мәктәп директоры Ирина Токарева яңы технологияларҙы файҙаланыу, эш алымдары тураһында һөйләне. Төбәк Башлығы “Йәнле балсыҡ” оҫтаханаһында булды, балаларҙың саф һауалағы шөғөлдәрен ҡараны. – Бик йәмле мәктәп. Коллективта үҙ эшенең оҫталары эшләй, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. – Коррекциялаусы мәғариф учреждениелары системаһын һаҡлап ҡалыу, минеңсә, бик дөрөҫ ҡарар. Үҙенсәлекле балаларға ярҙамды ваҡытында алыу мөһим. Фото: БР Башлығы сайтынан.