Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Асҡар Абдразаҡов Оборона министрлығының миҙалы менән бүләкләнде

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткән “Беҙҙең маяҡтар” концертында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының миҙалы менән бүләкләнде. Юғары награданы Рәсәй Геройы Денис Чернавин тапшырҙы.- Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк. Барығыҙға ла — мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, хәрби хәбәрселәргә, ирекмәндәргә — еңеүгә булышлыҡ иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ! - тине ул. Оборона министры урынбаҫарының рәхмәт хаты менән башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә билдәләнде: Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле директоры Нәзир Байегетов, Башҡортостан телерадиокомпанияһының танып белеү программалары редакцияһы етәксеһе Гүзәл Хәмитова, Сәхнә оҫталары союзы рәйесе Рәмил Бәҙәмшин һәм «Каруанһарай» төркөмө солисы Заһир Иҫәнсурин. Шулай уҡ Оборона министрлығының рәхмәт хаты Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәевкә һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты Ради

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткән “Беҙҙең маяҡтар” концертында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының миҙалы менән бүләкләнде. Юғары награданы Рәсәй Геройы Денис Чернавин тапшырҙы.- Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк. Барығыҙға ла — мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, хәрби хәбәрселәргә, ирекмәндәргә — еңеүгә булышлыҡ иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ! - тине ул. Оборона министры урынбаҫарының рәхмәт хаты менән башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә билдәләнде: Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле директоры Нәзир Байегетов, Башҡортостан телерадиокомпанияһының танып белеү программалары редакцияһы етәксеһе Гүзәл Хәмитова, Сәхнә оҫталары союзы рәйесе Рәмил Бәҙәмшин һәм «Каруанһарай» төркөмө солисы Заһир Иҫәнсурин. Шулай уҡ Оборона министрлығының рәхмәт хаты Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәевкә һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты Радик Динәхмәтовҡа тапшырылды. Улар, махсус операция зонаһында булыу сәбәпле, бүләкләү тантанаһына килә алманы. Ойоштороусылар, бүләктәр тиҙҙән уларға тапшырыласаҡ, тип белдерҙе. Фото: фестивалдең матбуғат хеҙмәте.