Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты Башҡортостанда бөгөн, 26 августа, дауам итә. Октябрьскийҙа Оборона министрлығының ижади коллективтары — А.В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең «Ҡыҙыл йондоҙ» йыр һәм бейеү ансамбле, Ленинград хәрби округының фронт ижади бригадаһы гастролдәренең сираттағы концерты була. Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле үҙенең программаһын Салауатта тәҡдим итәсәк, ә «Рубин йондоҙо» фронт ижади бригадаһы Өфөлә, һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендә концерт менән сығыш яһаясаҡ. Фестивалдең эшлекле программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы хәрбиҙәре һәм журналистарының Ирина Владимировна Лосик (журналист, «Йондоҙ» телеканалы алып барыусыһы, «Еңеүселәр вариҫтары» мәҙәни-тарихи хәтерҙе һаҡлау фонды президенты) ҡатнашлығында осрашыуы үтәсәк. З. Бураҡаеваның «Салауат тоҡомдары сигенмәйәсәк!" пьесаһы буйынса Х. Үтәшев ҡуйған спектакль М.