Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Федераль программа ярҙам иткән

26 августа Бөрөгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса яңыртылған лицейҙа булды. Белем биреү учреждениеһының 14 класс-комплектында бер сменала 370 бала уҡый. 10-11-се кластарҙа балалар математика һәм физиканы тәрәнәйтеп өйрәнә. Лицейҙа уҡыусыларҙы патриотик һәм физик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә, “Юнармия” хәрәкәте, “Патриот” хәрби-патриотик клубы, “Феникс” мәктәп спорт клубы эшләй, унда балалар волейбол һәм баскетбол менән шөғөлләнә. Бында шулай уҡ Рәсәй футбол союзының “Мәктәптә футбол” проектын тормошҡа ашыралар. Лицей директоры Марина Васенкова билдәләүенсә, “Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау” федераль программаһы сиктәрендә фасад, ҡыйыҡ, инеү урыны, эске һәм тышҡы биҙәлеше, инженер коммуникациялары, мәктәп йыһазы һәм спорт ҡорамалдары яңыртылған. Бынан тыш, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндергәндәр, уйын майҙансыҡтарында яңы япма һәм ҡойма ҡуялар. Уҡыу йортондағы бөтә кабинеттар ҙа кәрәкле инт

26 августа Бөрөгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса яңыртылған лицейҙа булды. Белем биреү учреждениеһының 14 класс-комплектында бер сменала 370 бала уҡый. 10-11-се кластарҙа балалар математика һәм физиканы тәрәнәйтеп өйрәнә. Лицейҙа уҡыусыларҙы патриотик һәм физик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә, “Юнармия” хәрәкәте, “Патриот” хәрби-патриотик клубы, “Феникс” мәктәп спорт клубы эшләй, унда балалар волейбол һәм баскетбол менән шөғөлләнә. Бында шулай уҡ Рәсәй футбол союзының “Мәктәптә футбол” проектын тормошҡа ашыралар. Лицей директоры Марина Васенкова билдәләүенсә, “Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау” федераль программаһы сиктәрендә фасад, ҡыйыҡ, инеү урыны, эске һәм тышҡы биҙәлеше, инженер коммуникациялары, мәктәп йыһазы һәм спорт ҡорамалдары яңыртылған. Бынан тыш, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндергәндәр, уйын майҙансыҡтарында яңы япма һәм ҡойма ҡуялар. Уҡыу йортондағы бөтә кабинеттар ҙа кәрәкле интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бинаның периметры буйлап 11 видеокамера ҡуйылған. Инеү менән идара итеү системаһын пластик карталар ярҙамында ойошторалар. Башҡортостан Башлығы тамаша залын, информатика һәм башланғыс кластар кабинеттарын, спорт залын, ашхананы, шулай уҡ мәктәп музейын ҡараны һәм унда абруйлы ҡунаҡтар китабында иҫтәлекле яҙма ҡалдырҙы. – Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһы беҙҙең өсөн бик һәйбәт булды. Ошо мөһим башланғыс өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға рәхмәт. Республикала – 1 200-ҙән ашыу мәктәп. Әле уларҙа тәртип урынлаштырыу мөмкинлеге бар, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Беҙ үҙебеҙ ҙә яңы уҡыу йорттарын ремонтлайбыҙ һәм төҙөйбөҙ. Шуныһы мөһим, был мәсьәләгә комплекслы ҡарайбыҙ – кабинеттарҙы, коридорҙарҙы, ашханаларҙы, спорт залдарын һәм тамаша залдарын тәртипкә килтерәбеҙ, яңы ҡорамалдар һатып алабыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.