Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда ике төбәкте тоташтырыусы юлды яңырталар

Башҡортостан Республикаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында Аҡъяр — Новочеркасск — Ырымбур өлкәһе сиге юлы участкаһын ремонтлауҙы йыл аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Был хаҡта төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. 7,6 км оҙонлоҡтағы участкала подряд ойошмаһы иҫке япманы ҡырып алған. Хәҙер юлсылар һалҡын ресайклинг технологияһын ҡулланып трассаның нигеҙен нығытасаҡ, һуңынан асфальт-бетондың ике ҡатламын һаласаҡ, юл ситтәрен төҙөкләндерәсәк һәм билдәләр һаласаҡ. – Аҡъяр юлы - Новочеркасск - Ырымбур өлкәһе сиге Башҡортостандың терәк селтәренә инә. Ул ике төбәк араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим, – тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмә

Башҡортостан Республикаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында Аҡъяр — Новочеркасск — Ырымбур өлкәһе сиге юлы участкаһын ремонтлауҙы йыл аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Был хаҡта төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. 7,6 км оҙонлоҡтағы участкала подряд ойошмаһы иҫке япманы ҡырып алған. Хәҙер юлсылар һалҡын ресайклинг технологияһын ҡулланып трассаның нигеҙен нығытасаҡ, һуңынан асфальт-бетондың ике ҡатламын һаласаҡ, юл ситтәрен төҙөкләндерәсәк һәм билдәләр һаласаҡ. – Аҡъяр юлы - Новочеркасск - Ырымбур өлкәһе сиге Башҡортостандың терәк селтәренә инә. Ул ике төбәк араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим, – тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.