Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Ауыл кешеһенең ни бесәне эшләнеп бөтөүгә, сираттағыһы, картуф алыу, һарығын ҡырҡыу мәле етә, барыһына ла етешеп өлгөр генә

Ауыл кешеһенең ни бесәне эшләнеп бөтөүгә, сираттағыһы, картуф алыу, һарығын ҡырҡыу мәле етә, барыһына ла етешеп өлгөр генә. Әле бына йылы, ҡояшлы көндәрҙән файҙаланып (фитофтора, сереп бөтөү ҙә ҡурҡытҡандыр инде) күптәр картуфын алып ҡалырға тырыша. Иҫегеҙҙәлер, Сермәндән Нәҡиә апай Шакирова яҙын балаларының, яҡындарының ай-вайына ҡуймай, тиҙләтеп, улар менән бергәләп баҡсаһында картуф ултыртҡайны. Ял көндәрендә ағинәй яҡындары дәүләт эшенән бушағансы, ырата торайым, тип ҡоҙағыйы менән икенсе икмәген ҡаҙып ала ла башланы. Күреп тор, тамамлап та ҡуйыр әле. - Аллаға шөкөр, быйыл кәртүгебеҙ уңған. Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ бирһен, донъялар имен торһон. Туғандар, дуҫ-иштәр менән ашарға яҙһын, - ти ул. Ә һеҙ, картуф алдығыҙмы әле? Быйыл нисек?

Ауыл кешеһенең ни бесәне эшләнеп бөтөүгә, сираттағыһы, картуф алыу, һарығын ҡырҡыу мәле етә, барыһына ла етешеп өлгөр генә.

Әле бына йылы, ҡояшлы көндәрҙән файҙаланып (фитофтора, сереп бөтөү ҙә ҡурҡытҡандыр инде) күптәр картуфын алып ҡалырға тырыша. Иҫегеҙҙәлер, Сермәндән Нәҡиә апай Шакирова яҙын балаларының, яҡындарының ай-вайына ҡуймай, тиҙләтеп, улар менән бергәләп баҡсаһында картуф ултыртҡайны. Ял көндәрендә ағинәй яҡындары дәүләт эшенән бушағансы, ырата торайым, тип ҡоҙағыйы менән икенсе икмәген ҡаҙып ала ла башланы. Күреп тор, тамамлап та ҡуйыр әле.

- Аллаға шөкөр, быйыл кәртүгебеҙ уңған. Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ бирһен, донъялар имен торһон. Туғандар, дуҫ-иштәр менән ашарға яҙһын, - ти ул.

Ә һеҙ, картуф алдығыҙмы әле? Быйыл нисек?