Быйыл Башҡортостандың студент отрядтары 10 йыллығын билдәләй һәм, рсепублика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, был отрядтар хәрәкәтен артабан үҫтереү өсөн ведомство-ара эш тә йәнләнде. “Был мәсьәләгә беҙ етди ҡарайбыҙ. Бурыс – совет студент отрядтарына хас булған бөтә яҡшы нәмәләрҙе тергеҙеү: уларҙың һанын да арттырыу, егет һәм ҡыҙҙарға аҡса эшләү мөмкинлеге лә биреү, предприятиеларға ярҙам итеү, сөнки һәр урында бындай мохтажлыҡ бар”, – тигәйне Радий Фәрит улы республика Хөкүмәте кәңәшмәләренең береһендә. Быйылғы тәүге өс айҙа отрядтарҙы үҫтереү буйынса системалы эш булдырыу өсөн Отрядтарҙы үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара совет ойошторолдо һәм Оператив штаб асылды. Студент отрядтары, власть органдары һәм предпприятиеларҙың берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 2025 йылдың йәйге хеҙмәт семестрында республикала 45 хеҙмәт проекты тормошҡа ашырыла. Улар 3 500 самаһы студентты эш менән тәьмин итә. Йыл аҙағынаса, хеҙмәт проекттарының республикана