“Миңә әле 56 йәш. Күңелемдәге ауыр хис-тойғоно таратыр өсөн башымда ҡайнаған уйҙарым менән уртаҡлашырға булдым, сөнки миңә бик ауыр... Барыһын да баштан һөйләйем әле. Мәктәпте тамамлағас, бөтә класс менән тигәндәй фермаға эшкә барҙыҡ. Һауынсы булып эшләп йөрөгәнемдә, мин, 18 йәшлек шаталаҡ ҡыҙ, донъяның аңын-тоңон белмәй, мөхәббәт шулай булалыр тип, күрше ауылдан бер егеткә кейәүгә сыҡтым. Тик, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тигән кеүек, тормошомдан уңманым. Көнләшеп, ҡул күтәреп ыҙалатты. Сираттағы туҡмалыуҙан һуң, буйымдағы сабыйымды юғалтҡас, атайым дауахананан тура үҙебеҙҙең өйгә алып ҡайтты. Мине юллап килгән иремде: “Һиңә биреп үлтертергә минең артыҡ балам юҡ!” – тип тупһаға ла аяҡ баҫтырманы. Тағы эшкә сыҡтым. Хәҙер, бер ауыҙ бешкәс, тормош өрөп ҡабырға өйрәтте. Егет-еләндән йырағыраҡ йөрөргә тырыштым. Шулай йәшем 25-кә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йәштәш ҡыҙҙар кейәүгә сығып, бала-сағалы булып бөттө. Бер мәл туйҙа күрше ауылдан бер егет менән таныштым. Бөҙрә генә сәсле, өҙҙөрөп гармунда у
"Мин яратып йөрөгән егет үҙенең дуҫына димләне..."
26 августа 202526 авг 2025
2 мин